Власть йәмәғәт ойошмалары менән берлектә эшләргә тейеш

Власть йәмәғәт ойошмалары менән берлектә эшләргә тейеш 02.04.2015

Был турала бөгөн Республика Башлығы  коммерция булмаған ойошмаларҙың  Өфөлә үткән форумында белдерҙе. Йәмәғәт ойошмаларының тәүге осрашыуы  90-сы йылдар башында  үткәрелгән була. Был  йыйын икенсеһе, сарала 600-ҙән ашыу делегат ҡатнаша.

Әлеге ваҡытта Башҡортостанда төрлө йүнәлештә эшләгән 5 меңләп  ойошма теркәлгән. Уларҙың  төп өлөшөн тарихи-мәҙәни үҙәктәр, ижади, һөнәри  союздар,  дини ойошмалар, ҡатын-ҡыҙҙар, балалар, үҫмерҙәр берлектәре биләй. Һуңғы йылдарҙа был исемлекккә хәйриә эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеүсе фондтар ҙа өҫтәлде. Йәмәғәт ойошмалары ябай кешеләрҙең  проблемаларын хәл итергә ярҙам итә, әммә уларҙың үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр ҙә бар. Форумда һорауҙар уртаға һалып тикшерелде.  
Бала саҡтан  ҡолаҡ ҡатылығы менән яфаланған Виктория Ильина хәҙер тирә-йүндәге тауыштарҙы ишетеү мөмкинлегенә эйә. Ҡыҙға «Русфонд» һәм «Мәрхәмәт» хәйриә фондтары  күп каналлы  ишетеү аппараты алырға ярҙам иткән. Башҡортостан юлдаш телевидениеһында  Виктория хаҡында репортаж күрһәтелгәндән һуң изге кешеләр  200 мең һумға яҡын аҡса  күсергән.  Үҙебеҙ генә был аҡсаны йыя алмаҫ инек, ти Викторияның әсәһе Дилә.
Республикала аяуһыҙ сирҙәргә дусар булған, физик мөмкинлектәре сикләнгән, етем һәм аҙ тәьмин ителгәндәргә, яу һәм тыл ҡаһармандарына ярҙам  күрһәтеү буйынса тиҫтәләрсә  хәйриә фондтары эшләп килә. Шулай уҡ дини ойошмалар, эшҡыуарлыҡҡа, спортты, туризмды үҫтереүгә  булышлыҡ итеү,  йорт хайуандарын яҡлау  һәм башҡа йүнәлештәр буйынса берлектәр бар.  Улар   көн һайын  йөҙҙәрсә  кешенең проблемаһын хәл итеп изгелеккә ышанырға, тулы ҡанлы тормош менән йәшәргә ярҙам итә.
Тик ярҙам итеү өсөн матди сығымдар ҙа талап ителә. Рөстәм Хәмитов аҡса йәлеп итеүҙең юлдарын эҙләргә ҡушты. Бының өсөн эшләү генә түгел, үҙ проекттарыңды күрһәтә белеү ҙә мотлаҡ.  Күргәҙмә материалдарҙы, презентацияларҙы бағыусыларҙы ҡыҙыҡһындырылыҡ итеп эшләргә кәрәк, тине Республика Башлығы.
Был программа сиктәрендә спорт майҙансыҡтары, һыу селтәрҙәре, юлдар, күперҙәр төҙөү буйынса 70 проект тормошҡа ашырылған. Хәҙер  тәжрибәне Башҡортостан буйынса таратыу ҡарала.  Хәҙер халыҡ төҙөкләндереү эштәрен ойоштороусы ғына  түгел закон проектының авторы ла була ала, былтыр ошо хаҡтағы ҡануни документа ҡабул ителгән.  Шулай уҡ Рөстәм Хәмитов   йәмәғәт  ойошмаларының йүнәлештәрен  арттырырға ла тәҡдим итте һәм был эшкә  муниципаль бермектәрҙе йәлеп итергә ҡушты.
Башҡортостанда власть стурктураларының  йәмәғәт  ойшмалары менән берлектә эшләүе үҙ һөҙөмтәләрен дә бирә. Былтыр республикала  6 тиҫтәнән ашыу социаль проект ғәмәлгә ашырылған.  Грант аҡсаһына инвалидтар өсөн һыу инеү урыны эшләй башлаған, физик мөмкинлеге сикләнгән балаларға лагерь ойошторолған, хаҡлы ялдағыларға халыҡ кәсептәрен өйрәтеү башланған.  Был ҙур эштең башланғысы  ғына тип әйтергә мөмкин. Сөнки коммерция булмаған ойошмалар әле аяҡҡа баҫыу осоро кисерә.  Быйыл маҡсаттар ҙурыраҡ.  Республиканың йәмәғәт ойошмалары үҙ проекттарына  федераль  бюджеттан 19 миллион һумға яҡын аҡса алған, шулай уҡ 15 берлек  34 миллион һумлыҡ грант яулаған.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку