Виртуаль донъянан - ысынбарлыҡҡа

Виртуаль донъянан - ысынбарлыҡҡа 13.12.2014

Баш ҡалала 200-гә яҡын блогер бөгөн күҙгә-күҙ ҡарашып аралашты. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар араһында Рәсәйҙең билдәле интернет киңлеге вәкилдәре лә бар.

Никнеймдар ситтә торһон. Йәнле аралашыу, ҡыҙыҡлы фекер алышыуҙар... Сараның исеме лә шуны дәллиләй: "Блогерҙар НЕФОРУМЫ". Ул ябай форум түгел, бында барыһы ла яңылыҡ өсөн көрәшә. Бөгөн дә интернет йәмәғәтселеге өсөн блогерлыҡ өлкәһенә һәм яңы медиаларға ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләр, илдә, донъяла барған мөһим хәл-ваҡиғалар, ҡыҙыу бәхәстәр түңәрәк өҫтәл, оҫталыҡ дәрестәрендә күтәрелде. БОРИС МЕЛКОЕДОВ, БАШҠОРТОСТАНДЫҢ МАТБУҒАТ ҺӘМ КИҢ МӘҒЛҮМӘТ САРАЛАРЫ АГЕНТЛЫҒЫ ЕТӘКСЕҺЕ: "Минең өсөн блогер сәсән формаһында һөйләгән кеше. Сәсән нимә күрә, шул турала яҙа тип әйтәләр бит инде." Форумға Рәсәй төбәктәренән етмештән ашыу блогер йыйылды. Бигерәк тә, бында ,,Тере журнал", социаль селтәрҙәр вәкилдәре күп. Улар виртуаль киңлектә бер-береһен яҡшы белә һәм тәүгә осрашмай. Әйткәндәй, быға тиклем НЕФОРУМ Мәскәү, Сорғот, Новосибирск ҡалаларында уҙғарылған. МАРК ИЛОНСКИЙ, БЛОГЕР ,МӘСКӘҮ: "Тәүге осрашыуҙарҙа блогерҙар нисек дөрөҫ итеп блог алып барырға, үҙҙәренең постары аша аҡса эшләргә өйрәнде, үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашты. Хөкүмәт менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеүҙәргә сыҡты. Был, әлбиттә, ыңғай һөҙөмтә бирҙе. Бөгөн профессиональ блогерҙар ваҡыты етте тигән фекерҙә мин. Беҙ шуның өсөн йыйылдыҡ та инде". Блогерҙар үҙҙәренең төп эшен дә онотмай. Ниндәй генә хәл-ваҡиға бармаһын, интернет киңлегендә был хаҡта мәғлүмәт булырға тейеш. Ҡулда телефон йә ноутбук ҡына булһын. Өфөлә уҙғарылған сара хаҡында ла блогерҙар постарында яҙып, уҡыусыларын баш ҡала менән яҡындан таныштырырға һүҙ ҡуйышты. АЛЕКСАНДР ВЯТКИН БЛОГЕР, МАГАДАН ҠАЛАҺЫ: "Нефорум беҙҙе берләштерә. Яңы идеялар, проекттар өҫтөндә эшләү мөмкинлеген аса. Рәсәйҙең Алыҫ Көнсығыш, үҙәк төбәктәренән килгән блогерҙар менән даими аралашып, ҙур социаль проекттарҙы тормошҡа ашырып була. Был бик шәп, минеңсә". Тәжрибә уртаҡлашыуҙан тыш, ҡунаҡтарға күңел асыу программаһы ла ҡаралған. Иртәгә блогерҙар баш ҡаланың тарихи, мәҙәни урындары менән танышырға иҫәп тота. Виртуаль киңлек вәкилдәрен шулай уҡ донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов ҡумыҙҙа уйнарға өйрәтәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку