Видеокассеталарға - яңы һулыш 08.05.2017

Благовещен ҡалаһында эшләп килгән оҫта ҡулдар түңәрәге иҫке видеокассета таҫмаларынан заманса кейемдәр сигә. Үҙенсәлекле ҡул эштәре Бөтә Рәсәй кимәлендә уҙғарылған конкурстарҙа ла юғары баһалана.

Дәрестән һуң бишенсе синыф уҡыусыһы Камилә ҡайтырға ашыҡмай. Ул өләсәһенең тыуған көнөнә үҙ ҡулдары менән бүләк әҙерләй. Түңәрәктә биш йыл шөғөлләнеү осоронда үҫмер ҡыҙҙың видеокассета таҫмаларынан сигелгән байтаҡ әйберҙәре йыйылған.
Бынан биш-алты йыл элек түңәрәк етәксеһе Любовь Терехинаның видеокассета таҫмаларынан ниндәйҙер матурлыҡ тыуҙырыу мөмкин булыуы башына ла килмәй. Сираттағы конкурс өсөн тәүҙә күлдәк тегәләр, тик кейем үтә ябай булып күренгәс, итәк, ең остарын әлеге  таҫмалар менән сигергә булалар. Тырышылҡ бушҡа китмәй, тап ошо үҙенсәлек өсөн эш беренсе урынға лайыҡ була.
Бөгөн түңәрәк коллекцияһында ниндәй генә әйбер юҡ! Уларҙың уңыштарын күреп, урында йәшәүселәр өйҙәрендә кәрәкһеҙ ятҡан видеокассеталарҙы ла килтерә.
Ҡарап тороуға был күлдәктәр бәйләнгән әйберҙән һис тә ҡалышмай. Заманса, иң мөһиме үҙебеҙ нисек теләйбеҙ, шулай сигәбеҙ, бындай кейем, тик беҙҙә генә, тип һөйөнә ҡыҙҙар. Әйткәндәй, улар ижад емештәре менән Күмертау, Өфө, Мәскәү тамашасыларын таң ҡалдырып өлгөргән. Әлеге ваҡытта оҫта ҡулдарҙы сираттағы конкурс көтә.
Күлдәкте сигеүҙән тыш, ҡыҙҙар фестивалдәрҙә уларҙы күрһәтеп оҫталыҡтары менән дә уртаҡлаша. Шуға ла түңәрәктә улар ҡул эштәренән тыш, матур итеп атларға ла өйрәнә.
Дарья Соловьева, түңәрәктә шөғөлләнеүсе: «Был күлдәкте көндәлек тормошта кейеп йөрөргә мөмкин. Һүтелеп китер тип хәүефләнәһе түгел. Таҫмалар ныҡ».
Түңәрәктә шөғөлләнеүселәрҙең мауығыуҙары төрлө. Кәнфит ҡағыҙҙарынан да күлдәктәр тегә белә улар. Благовещен ҡыҙҙарының был эше «Үҙ-үҙеңә режиссер» тапшырыуы алып барыусыларын да ҡыҙыҡһындырған. Июндә клуб етәкселәре үткәргән оҫталыҡ дәрестәрен бөтә ил халҡы ҡарай аласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика