Ветерандар советы рәйесе, ауыл старостаһы, хөрмәтле аҡһаҡал...

Ветерандар советы рәйесе, ауыл старостаһы, хөрмәтле аҡһаҡал... 06.05.2015

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Муллахан Исламғәлиев был яуаплы эштәрҙе һәр ваҡыт хәрбиҙәрсә теүәллек һәм тәртип менән башҡара. Балтас районы Нөркә ауылында йәшәүсе ветеран йортонда беҙҙең хәбәрселәр ҙә булып ҡайтты.

Был йортта ҡояш менән бергә тороу матур ғәҙәттәрҙән һанала. Нурия Исламғәлева йорт эштәрен теүәлләгәндән һуң, иртәнге сәй әҙерләй. Йорт хужабикәһе тәмле ҡоймаҡтарҙы 65 йыл дауамында һәр иртә һайын ҡоя. Тормош иптәше Муллахан ағай менән татыулыҡта ғүмер кисереп, Бөйөк Еңеүҙең етмешенсе яҙын ҡаршылырға әҙерләнәләр.
Бәхетле ғаилә йәш саҡтарын һәм ауыр һуғыш йылдарының һәр көнөн әле кисә генә булып үткән ваҡиға кеүек яҡшы хәтерләй. Ырымбур өлкәһендә йәшәүсе Нурия Муллаян ҡыҙын Уралға эшкә ебәрәләр, һуңынан ул Свердловскиҙа ФЗО мәктәбен тамамлай. Һуғыш йылдарында ҡойоу цехында формовщица булып эшләй. Бөтәһе лә еңеү һәм фронт өсөн тип тырыша.
Муллахан Исламғәлиев 1943-сө йылдың 15 ноябрендә һуғышҡа алына. 10-сы механизацияланған дивизияның 34 -се полкы составында илебеҙҙең көнсығыш ярҙары именлеген яҡлай. Һуңынан Японияның Квантун армияһына ҡаршы һуғыша. Аяуһыҙ һуғышта 44 полкташ дуҫы һәләк була. Яугирҙың башына, аяҡтарына мина ярсығы эләгә. Ҡәһәрле һуғыш уны 2-се төркөм инвалиды итә.
Был фотоһүрәттәрҙә уның яуҙаштары. Харбинда, Пхеньянда төшкән фотоларҙың һәр береһенең тарихы бар. Хөсәйен Дүсмәтов Борайҙан, Әхмәт Мөхтәбәров Балтастан, Миңлеәхмәт Саҙрыев Тәтешленән... Улар Кореяны азат итеүҙә ҡатнаша, Япон самурайҙарын еңеүгә ҙур өлөш индерә. Тыуған яҡтарына һалдаттар оҙон хәрби юл үтеп 1950 йылда ғына әйләнеп ҡайта. Көнсығыш сикте илбаҫарҙарҙан азат итеүсе ветерандар Еңеү көнөн йылына ике тапҡыр билдәләй.
Һуғыштан һуңғы илде аяҡҡа баҫтырған йылдарҙа ветеран Свердловскиҙың «Уралмаш» заводында 13 йыл шофер булып эшләй. 1957 йылда тыуған яҡтары -Балтас районы Нөркә ауылына ҡайтып төпләнә. Намыҫлы йәшәй, тырышып эшләй. Хәләле Нурия Муллаян ҡыҙы менән өс бала тәрбиәләп, оло тормош юлына сығаралар. Йылдар үткән һайын моңло юлдашы - тальянын да ветеран байрам көндәрендә генә ҡумтанан сығара. Был юлы моңло гармун хужаһына ихлас ярҙамға килеүсе йәштәрҙе сәләмләне.
Муллағәли Исламғәлиев ихатаһында бөгөн эш ҡайнап тора. Ветеранға мәктәп уҡыусылары баҡса эштәрендә булыша. Өмәнән беҙ ҙә ситтә ҡалманыҡ, ҡулыбыҙҙан килгәнсә ярҙам иттек.
«Күмәкләгән яу ҡайтарған» тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Бергәләп тотонғас, тиҙ арала баҡса ере ҡаҙылып, һуған ултыртылды, гөлдәргә һыу һибелде, түтәлдәр тигеҙләнде. Баҡсала бөтәһе лә күңел һалып эшләне.
Тырышып, күңел биреп эшләгән кеүек дәртле итеп тыпырҙата ла икән Балтас үҫмерҙәре. Бай тормош юлы үткән ветерандар Нурия һәм Муллахан Исламғәлиевтар менән осрашыуҙан үҫмерҙәр иҫтә ҡалырлыҡ йылы тәҫъораттар алып таралды.
Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

эльза
03.04.2016 21:35:20
прекрасно

Возврат к списку