Ветерандар хөрмәтенә Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышы һәм локаль һуғыштарҙа ҡатнашыусы ветерандар өсөн реабилитация үҙәге асылды

Ветерандар хөрмәтенә Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышы һәм локаль һуғыштарҙа ҡатнашыусы ветерандар өсөн реабилитация үҙәге асылды 14.04.2015

Заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған үҙәктә йөрәк, быуын һәм нерв системаһы ауырыуҙарын дауаларға мөмкин.

Был тантананы ветерандар түҙемһеҙләнеп көткән. Шуға ла үҙәк асылыу менән барыһы ла ундағы шарттар менән танышырға ашыҡты.
40 урынға иҫәпләнгән үҙәктә реабилитация өсөн бар уңайлыҡтар булдырылған. Физиотерапия, энә рефлексы терапияһы, мануаль терапия, батҡаҡ менән дауалау бүлмәләрендә Рәсәйҙә һирәк осраған ҡоролмалар бар.
Был уйынсыҡ түгел, ә уникаль аппарат. Уның ярҙамында төрлө ауырыуҙарҙы еңергә мөмкин. Ошо таҡтаға баҫып, хәҙер миңә шар ярҙамында йондоҙҙо тоторға кәрәк була. Күреүегеҙсә, сәләмәт кешегә лә был күнекмәне эшләүе еңел түгел.  
Ҡоролма бигерәк тә моторикаһы ҡаҡшағандарға файҙалы. Дауаланыусының һәр хәрәкәте компьютер ярҙамында күҙәтелә. Физкультура бүлмәһендәге һәр тренажер ошондай ысул буйынса эшләй.
Ирина Бакулина, һуғыш ветерандары республика клиник госпиталенең реабилитация үҙәге баш табибы урынбаҫары: «Хәрәкәте сикләнгән пациенттарға яраҡлаштырылған ҡоролмалар ҙа бар үҙәктә. Бында неврология һәм травмотология бүлектәре эшләй. Быуындарына төрлө операция кисереүсе ветерандар ҙа беҙгә ебәреләсәк. Пациенттарҙы 9 майҙа ҡабул итә башларға ниәтләйбеҙ».
Республикала Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына ярҙам күрһәтеү буйынса 153 медицина учреждениеһы бар. Поликлиника һәм дауаханаларҙа улар өсөн сираттан тыш ҡабул итеү ҙә ойошторола. Реабилитация үҙәге Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы алдынан илебеҙҙе фашистарҙан азат итеүсе ҡаһармандарыбыҙға оло бүләк.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку