«Ветеранға - ремонт» акцияһы дауам итә 30.03.2015

Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм уларҙың тол ҡатындарының фатирҙарына бушлай ремонт үткәрелә. Бындай ярҙам Еңеүҙең 70 йыллығы алдынан бүләк рәүешендә ҡаралған.

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Евгений Козлов йәшәгән фатирға тимер ишек ҡуйылған. Ветерандар тураһында  хәстәрлектең ҡоро һүҙҙә генә ҡалмауына өлкәндәр шатланып бөтә алмай. Фатирҙың  тәҙрәләре лә алмаштырылған. Хәҙер ел дә өрмәй, урамдағы тауыш та ишетелмәй, ти улар.
Нина Козлова, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Евгений Козловтың ҡатыны: «Бик ҙур эш башҡарҙылар. Тәҙрәләрҙе алмаштырҙылар. Ныҡ иҫкергәйне. Рәхмәт инде».
Акция ярҙамында Өфөнөң Ленин районында һигеҙ ветерандың фатиры төҙөкләндерелгән. Ниндәй эштәр башҡарырға кәрәклеген фатир хужалары үҙҙәре билдәләй. Ремонт  ветерандарҙың теләгенә ярашлы эшләнә. Ниндәй  материалдар алырға кәрәклеге лә алдан һөйләшелә. Һәр фатирға илле мең һум күләмендә аҡса бүленә. Ғариза яҙырға әле лә һуң түгел.
Юлия Олейникова, Өфөнөң Ленин районы хакимиәте матбуғат хеҙмәткәре: «Акцияға предприятиелар, ойошмалар һәм теләге булған һәр кем ҡушыла ала. Аҡса, төҙөлөш материалдары, эшселәр менән ярҙам итергә була. Илебеҙҙең тыныс күк йөҙө өсөн көрәшкән яугирҙарға хөрмәт күрһәтеү беҙҙең бурыс. Акцияға ҡушылырға теләүселәр ҡаланың район  хакимиәтенә мөрәжәғәт итә ала».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика