Ватанды һаҡлаусылар көнөндә Өфө магазиндары үҙенсәлекле ташлама тәҡдим итте

Ватанды һаҡлаусылар көнөндә Өфө магазиндары үҙенсәлекле ташлама тәҡдим итте 23.02.2017

Тик уның өсөн һатып алыусылар таһыллығын һәм физик әҙерлеген  күрһәтергә тейеш ине.

25 тапҡырҙан да кәм  булмаған физик күнегеүҙәр өсөн 10 процент ташлама ҡаралған. Һатып алыусылар араһында башлыса ир-егеттәр байрам көндә лә  физик әҙерлеген күрһәтергә тырышты. Магазинға ғаиләһе менән килеүсе Георгий Макаров яҡшы әҙерлекле икәнлеген иҫбатлап, һатып алған аҙыҡ-түлеккә ун процент ташлама алды. Йәштәрҙән Олег Ковшиков та һынатманы. Бындай акция мөһим һәм кәрәкле. Донъясыл  ир-егеттәргә ул үҙенә күрә бер бүләк тә ине.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика