Ватанға һаҡсыл ҡараш бәләкәйҙән һалына

Ватанға һаҡсыл ҡараш бәләкәйҙән һалына 22.07.2014

Үҫмерҙәрҙе хаҡ юлға баҫтырыу, уларға дөрөҫ тәрбиә биреү өсөн ойошторолған "Йәш спецназсы" лагеры республиканың төрлө төбәктәрендә уңышлы эшләп килә. Ҡыйғы районында йәш спецназсылар өсөн күсмә хәрби-патриотик  лагерь ойошторолған.

Динар Хизбуллин Калашников автоматын ете секунд эсендә һүтеп, 14 секундта йыя ала. Егет даими күнекмәләр һөҙөмтәһендә оҫтарып киткән. Ул ғына ла түгел, егет хәҙер һалҡын ҡоралдың бар нескәлектәрен яҡшы белә. Һәр деталгә тулы ҡылыҡһырлама бирә ала. Лагергә килгәнсе, Динар автоматты тотоп та ҡарамаған. Лагерь программаһына ярашлы, үҫмерҙәр ҡул көрәшенә, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә үҙҙәрен тоторға өйрәнә. Сынығыу мәктәбендә нәфис ҡыҙҙар ҙа бар. Улар инде башлыса ялан кухняһы өсөн яуап бирә. Шуға ҡарамаҫтан, лагерь тәү сиратта, ял урыны булып ҡала. Лагерҙа тәрбиәләнеүселәр хозур тәбиғәтле Әй йылғаһы буйында һыу инә. Ялан мунсаһы ла бар... "Йәш спецназсы" лагерында ял итеүселәргә шулай уҡ, катамаранда йөҙөү мөмкинлеге лә ҡаралған. Маршрут буйынса улар Әй йылғаһы буйлап 14 көн эсендә 120 саҡрым юл үтергә тейеш. Әлеге ваҡытта уның яртыһынан күбеһе үтелгән дә инде. Алда "йәш хәрбиҙәрҙе" Ҡыйғынан тыш, Салауат районы һәм Силәбе өлкәһе ерҙәре көтә. Көн дә ҡабатланған күнекмәләрҙән бер аҙ арығанлыҡ тойолһа ла, лагерҙағылар палаткаларына таралашырға ашыҡмай. Кистәрен егеттәр һәм ҡыҙҙарҙы ялҡынлы усаҡ саҡыра.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика