Ваҡытлыса хеҙмәткә яраҡһыҙлыҡ өсөн түләүҙәр, эш урынында йәрәхәт алыусыларға, һөнәри ауырыуҙар менән яфаланыусыларға шифаханаларға юллама, декрет ялына киткәндә һәм йыл ярым өйҙә ултырғанда пособие

Ваҡытлыса хеҙмәткә яраҡһыҙлыҡ өсөн түләүҙәр,  эш урынында йәрәхәт алыусыларға, һөнәри ауырыуҙар менән яфаланыусыларға  шифаханаларға юллама, декрет ялына киткәндә һәм йыл ярым өйҙә ултырғанда пособие 11.02.2016

Ошо  һәм башҡа социаль  бурыстарҙы ғәмәлгә ашырыу  Социаль страховкалау фондының иңендә ята. Былтырҙан, льготалы категорияға ҡараған граждандар, йәғни инвалидатар ҙа  фонд ҡарамағына тапшырылды. Башҡортостан  бүлексәһе үҙ эшен лайыҡлы башҡара,  ул илдә иң алдынғылар иҫәбендә. Был турала бөгөн  Республика  ойошмаһының йыл йомғаҡтарына арналған ултырышында ла билдәләнде.

Учалы районының Мансур карьерында эшләгәндә йәрәхәт алған Хәйҙәр Килов автомобиль асҡысын икенсе тапҡыр ала. Ул ҡыуанысын йәшермәй. Транспорт   мөмкинлеге сикләнгәндәрҙе дүрт стена эсендә бикләнеп ултырыуҙан ҡотҡара һәм үҙҙәрен йәмғиәттең тулы хоҡуҡлы гражданы итекп тойорға ярҙам итә.  
Эш урынында йәрәхәт алыусыларға махсус йыһазландырыған транспорт сараһы ете йылға бер тапшырыла. Быйыл ғына  60-ҡа яҡын  автомобиль асҡысы үҙ хужаһын тапҡан.  Бынан тыш, мөмкинлеге сикләнгәндәр  шифаханаға юллама һәм социаль түләүҙәр ҙә ала. Әммә фонд  хеҙмәктәрҙәре әйтеүенсә, был сығымдарҙың бәләкәй генә өлөшө. Иң ҙур  сумма  әсәлекте һәм балалыҡты яҡлауға йүнәлтелә. Йәғни, бала көткәндә, тапҡандан һуң бер тапҡыр бирелә торған  һәм йәш ярымға тиклем  түләнгән пособие өсөн. Был аңлашыла, Башҡортостанда тыуым кимәле юғары. Шулай уҡ хеҙмәткә ваҡытлыса яраҡһыҙылыҡ, йәки больничныйға йүнәлтелгән күләмдә ярайһы ғына. Ошо өлкәгә тотонолған аҡса күләме  11 миллиард һумға яҡын.   Былтыр  йыл башынан  фонд ҡарамағына социаль категорияға ҡараған граждандар, йәғни инвалидтар ҙа күсерелгән.   Түләүҙәр буйынса ҙур бурыс менән. Әммә Ресупблика етәкселегенең ярҙамы менән проблема хәл ителгән.
Социаль йүнәлештәге эшмәкәрлек   ваҡытында иҫәпләшеү менән генә сикләнмәй. Был өлкәлә  уңышҡа өлгәшеү өсөн кеше хәленә инә белеү,  мәрхәмәтлек кеүек сифаттрға эйә булыу мотлаҡ. Мәҫәлән, Социаль страховкалау фондының Сибай филиалы  ветерандар, инвалидар ойошмаһы менән   тығыҙ бәйләнеш урынлашырған.  Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла райондарын  хеҙмәтләндергән бүлексә     эш иткәндә  ябай кешелек ҡанундарына таяна.
Былтыр Республика  бүлексәһе социль түләүҙәргә  14 миллиар һумға яҡын аҡса йүнәлткән. Башҡортостандың  уңышлы эшмәкәрәлеген  хоҡуҡ һаҡлау органдарын ялыуҙарҙың   булмауы ла иҫбатлай. Ҡайһы бер төбәктәрҙә фондҡа дәғүә белдреүселәр  иҫәбе йөҙгә яҡынлаша.
Бөгөнгө көндә Социаль страховкалау фондының Башҡортостан бүлексәһе илдә алдынғылар иҫәбендә. Фонд быйыл да  закон буйынса ҡаралған  социаль бурыстарҙы ла ваҡытында һәм тулы кимәлдә атҡарыр сығырға ниәтләй. Уңышҡа  үткән йыл да уҡ ныҡлы нигеҙ һалынған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика