Вәғәҙәләрҙән төҙөлгән йорттар

Вәғәҙәләрҙән төҙөлгән йорттар 04.08.2014

«Башкирский блок»  йәмғиәтенән төҙөлөш материалы һатып алыусылар һаман эш башлай алмай. Керамзит блоктар етештереүсе предприятие халыҡтың заказын үтәмәй. Һөҙөмтәлә һатып алыусылар айҙар дауамында вәғәҙәләргә ышанып йәшәй. Алданыусылар теүәл генә билдәле түгел, әммә улар йөҙҙәрсә кеше икәне билдәле. Ҡайтара алмаған аҡсалар инде миллиондарса һум менән баһалана. Йәмғиәт төҙөлөш материалдарын етештереп өлгөрмәйме, әллә мутлашамы?

Нәйлә улына йорт төҙөргә ниәтләнгән була. Төҙөлөш осоро башланмаҫ борон материалдарҙың арзан булыуын иҫәпкә алып мартта уҡ блоктар һатып алырға була. Эҙләнә торғас «Башкирский блок» эшләгән төҙөлөш материалдарын һайланып килешеү ҙә төҙөлә. Нәйлә ханым өс мең блок хаҡын йөҙ ҙә өс меңде тулыһынса түләп тә ҡуя. Ләкин заказ вәғәҙә ителгән ваҡытҡа  килтерелмәй.
Һуңынан был предприятиенан башҡа кешеләрҙең дә алданыуын асыҡлана. Хәҙер улар берләшеп предприятиены судҡа биргән. Барыһының да бер үк хәл. Бер нисә ай элек төҙөлөш материалдары һатып алынған, ләкин берәү ҙә алмаған. Предприятие заказсыларҙы төрлө аҡланыуҙар менән туйындыра.
Етештереп өлгөрмәһәләр бер,  тик бына был ваҡиғалар үҫеше алдан уҡ ҡоролған мутлашыуға оҡшаған, тип хәүефләнә халыҡ. Һатып алыусыларҙың төҙөгән килешеүҙәре лә төрлөсә. Документтың ғәмәлдәге ваҡыты ла билдәләнгән. Тимәк, был килешеүҙәр ваҡыт үтеү менән бер ниндәй көскә эйә булмаясаҡ.
Заказ биреүселәр баҙап ҡалған. Сараһыҙҙан улар көн дә предприятие офисы тупһаһын тапай.
Ә хужа  һиҙемләүебеҙсә, күҙгә күренмәҫ кеше булып сыҡты. Телефондар һүндерелгән, эш урыны буш. Дәғүә белдерерлек кеше юҡ.
Асыҡланыуынса, предприятие етәксеһенең дәүләт  органдарына ла миллионлап бурысы бар. Ә инде халыҡҡа булған бирәсәге йөҙҙәрсә миллион һум менән баһалана. Һәм уның язаһыҙлығынан сығып фекер йөрөткәндә зыян күреүселәр тағы ла артасаҡ. Һаран ике түләр тигән мәҡәл дә бит юҡҡа сыҡмаған.
Айнур Кәбиров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку