Вәғәҙә бар - торлаҡ юҡ

Вәғәҙә бар - торлаҡ юҡ 30.06.2014

Өфө районында йәшәүсе ханым дәүләт программаһы буйынса ер алып шлакоблоктан йорт төҙөргә була. Нигеҙен дә һала, ләкин өс ай элек заказ биргән төҙөлөш материалдарын ала алмай. Быға бәйле төҙөлөш тотҡарлана. Әле ҡатын ғаиләһе менән кеше фатирында йәшәргә мәжбүр.

Өфө районында йәшәүсе ханым дәүләт программаһы буйынса ер алып шлакоблоктан йорт төҙөргә була. Нигеҙен дә һала, ләкин өс ай элек заказ биргән төҙөлөш материалдарын ала алмай. Быға бәйле төҙөлөш тотҡарлана. Әле ҡатын ғаиләһе менән кеше фатирында йәшәргә мәжбүр.

Фәнзилә Ураҙгилдинаның шлакоблокка заказ биреүенә өс ай ваҡыт үткән, ләкин тауар һаман юҡ. Суммаһы ла бәләкәй түгел, ҡатын төҙөлөш материалы өсөн туҡһан мең һумға яҡын аҡса түләгән. Ойошма менән килешеү ҙә төҙөгән. Ләкин ханым майҙан алып ойошма етәксеһенән иртәгә, иртәнән һуңға тигән вәғәҙәнән башҡа бер яуап та ишетмәй.
Ҡатын ғаиләһе менән ай һайын түләп кеше фатирында йәшәй. Ике бала әсәһенә ике йыл элек ер ҙә бирәләр. Үҙ йортобоҙ буласаҡ тип ҡыуанһалар ҙа, уларҙың хыялы тиҙ тормошҡа ашмай. Ул ваҡытта ла ҡытыршылыҡтар килеп тыуа. Ғаиләгә бүленгән ер йәшәү өсөн тәғәйенләнмәгән булып сыға.
Һуңынан ғаиләгә Өфө районында икенсе ер бирәләр. Нигеҙ һалғас ғаилә туғандары кәңәше буйынса шлакоблок һатып алырға була. Шлакоблоктың бер өлөшөн килтереп бушатҡандар. Ә ҡалғаны ҡасан булыр, билдәһеҙ.... Ойошма хеҙмәткәрҙәре, был хәлде офистың бер урындан икенсеһенә күскәнлектән, төҙөлөш материалы етештереүҙең тотҡарланыуы менән аңлата.
Лилиә Бикбулатова, ойошма хеҙмәткәре: «Материалды һәм эш ҡоролмаларын күсереүгә ваҡыт күп китте. Шуға ла етештереү тотҡарланды. Клиенттарыбыҙға тауарҙы ваҡытында өлгөртә алмайбыҙ. Шулай уҡ Өфөлә керамзит табыуы ауыр. Уны Яр Саллынан, Күмертауҙан ташыйбыҙ. Шуға ваҡыт кәрәк. Барыһына ла ошо арала шлакоблоктарҙы алып барып еткерәсәкбеҙ. Ә аҡсаһын кире алырға теләүсе клиенттарға аҡсаларын кире ҡайтарабыҙ».
Шлакоблокка аҡса түләп, тауар көтөүселәр бер Фәнзилә Ураҙгилдина ғына түгел. Көнөнә фирма ике мең шлакоблок етештерә, заказдар күп. Шуға ла бөтәһен дә бөгөн килтерәбеҙ, иртәгә килтерәбеҙ, тип тынысландыра фирма хеҙмәткәрҙәре. Фәнзилә Ураҙгилдинаға ла вәғәҙәгә ышанып көтөргә генә ҡала, күрәһең....
Аймара Рәхимова


Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку