Уйламағанда юғары процентлы кредит алған ҡатын ҡайҙа мөрәжәғәт итергә белмәй беҙҙең редакциянан ярҙам һораны

Уйламағанда юғары процентлы кредит алған ҡатын ҡайҙа мөрәжәғәт итергә белмәй беҙҙең редакциянан ярҙам һораны 19.02.2015

Барыһы ла матур башлана. Уның телефонына шылтыратып, бушлай сифатлы косметика ҡулланып ҡарарға саҡыралар. Әлбиттә, һөҙөмтә ҡыуанырлыҡ түгел.  

Өфөнән Римма Груздас бер нисә аҙна элек «Дешели» фирмаһынан һатып алған ике сумаҙан косметикаһы менән таныштыра. Ул уға йөҙ утыҙ мең һумға төшкән. Ике йыл буйы ай һайын биш мең һум күләмендә түләү.  Ҡатын һаман да үҙенең хаталы аҙым яһауына ышана алмай. Башта барыһы ла әкиәттәге кеүек башлана:  яҡшы мөнәсәбәт, бушлай спа-процедура. Артабан нимә булғанын 52 йәшлек ҡатын өлөшләтә генә хәтерләй.
Римма Груздас дәғүә белдереү һәм косметиканы кире һатыусыға ҡайтарыу маҡсатында беҙҙең менән бергә әлеге фирмаға юлланды. Хеҙмәткәрҙәр йылмайып ҡаршы алды, ҡыуыусы булманы. Иң ҡыҙығы, офиста ризаһыҙлыҡ белдереүсе тағы бер ҡатынды осраттыҡ. Ул да бер аҙна элек «ике сумаҙанлы» булған.
Әллә журналистар булғанға, әллә ысынлап та, ярҙамдан баш тарманылар: ҡатындарҙың косметиканы кире ҡайтарыу тураһындағы аңлатмаһын бер нисә минут эсендә ҡабул иттеләр. Ә бит был компанияға ризаһыҙлыҡ белдереүселәр етерлек, интернеттағы дәғүәләрҙе уҡып сығыу ҙа етә. Күптәр ниндәйҙер психологик тәьҫир аҫтында килешеүгә ҡул ҡуйҙым тип баш вата.
Анна ШАмбурская, компанияның өлкән менеджеры: «Нисек инде улай булһын? Улар финанс бүлегенә үҙҙәре атлап бара,  килешеү төҙөйҙәр. Иң мөһиме, үҙ ҡулдары менән документтарға  ҡултамғаларын ҡуя».
Аҡсаң булмаһа, кредитҡа ал. Бүлеп түләргә лә мөмкин. Зыян күреүсе Римма Груздасҡа һуңғы ысулды тәҡдим итәләр. Паспорттан башҡа бер ниндәй ҙә документ һорамайҙар, ҡатындың матди хәле лә мөһим булмай.
«Дешели» фирмаһы менән яҡындан танышыу маҡсатында, үҙебеҙ ҙә икенсе адрес буйынса урынлашҡан офисҡа бушлай процедура алырға юлландыҡ.  Бында күбеһенсә оло йәштәге ханымдарҙы осраттыҡ. Күрәһең, улар ҙа йәшәрергә тигән теләк менән яна. Бушҡа! Шулай ҙа беҙ рессепшндан ары китә алманыҡ, процедура кабинетына паспорттан башҡа бер әйбер ҙә индерергә ярамай. Хатта, телефон да.
Психологтар фекеренсә, ир-егеттәр өсөн тышҡы ҡиәфәт тәүге урында түгел, шуға ҡапҡанға башлыса гүзәл заттар эләгә.
Сөнки бушлай спа-процедура үтеп, бурысҡа батыуығыҙ бар. Ә мәңгелек йәш сырайлы булып ҡалыу серен әлегә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер кем дә уйлап тапмаған. Бөгөнгө геройыбыҙға уңыш йылмайһа ла, ул үҙенә ғүмерлеккә һабаҡ алды, аҡсаға, ғөмүмән, алғанда, кредитҡа, йәшлек һатылмай. Маңлайҙа барлыҡҡа килгән һырҙарҙың тәбиғи икәнлеген аңлау зарур.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку