Уттан һаҡ бул!

Уттан һаҡ бул! 08.07.2017

Янғын һүндереүселәр «Ал елкән» балалар һауыҡтырыу лагерында хәүефһеҙлек мәсьәләләре буйынса профилактик сара ойошторҙо.

Лагерҙа ял итеүселәр тәжрибәле ҡотҡарыусылар менән бергә янғын һүндереү нигеҙҙәрен үҙләштерҙе. Махсус эстафетала ярышып, ведомство хеҙмәткәрҙәренең кейемен тиҙлеккә кейеү конкурсында ҡатнашты. Янғын һүндереүсе машиналар, баҫҡыстар, шлемдар һәм каскалар - былар барыһы ла балаларға көслө тәьҫир итте.
Лира Старцева, Өфө ҡалаһы буйынса янғынға ҡаршы көрәш идаралығы методисы: «7 йыл рәттән йәйге каникул осоронда лагерҙарға йөрөп аңлатыу эштәре алып барабыҙ. Төрлө конкурстар, викториналар үткәрәбеҙ. Уйын рәүешендә ял итеүселәргә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен төшөндөрәбеҙ. Беҙҙең төп маҡсат янғындарға юл ҡуймау».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика