Утлы йылдар иҫтәлеге

Утлы йылдар иҫтәлеге 13.05.2015

Учалы районы Татлымбәт ауылынан Шәрифула Кәлимуллин  фронтҡа 1942 йылдың 2 мартында өлкән сержант дәрәжәһендә китә, ә тыуған яғына лейтенант булып ҡайта... Бөгөн яугир иҫән булмаһа ла, уның аяуһыҙ йылдар хәтирәләре ҡағыҙҙа һаҡланған.

Бер ай элек Рөстәм Кәлимуллиндың ҡулына Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан олатаһының көндәлеге эләгә. Һарғайып бөткән ҡағыҙ биттәрендә яугирҙың фронттағы, һуғыштан һуңғы уй-кисерештәре теркәлгән. Шәрифулла Кәлимуллин иҫән сағында аяуһыҙ йылдар хаҡында һөйләргә яратмай, туғандары ла шәхси яҙмаларҙың булыуы хаҡында белмәй. Учалы егете көндәлегендә  ике тапҡыр ҡаты яраланыуын, немецтарға әсирлеккә эләгеүен ентекләп яҙа. Еңеү шатлығы, юғалтыу кисерештәре лә бар.
Ярты Европаны урап үтә Шәрифулла Кәлимуллин. Ҡулъяҙмалағы һәр бер ваҡиға ул хеҙмәт иткән 297-се уҡсылар дивизияһының маршруты менән тап килә. Шулай уҡ ҡыҙылармеец танытмаһындағы мәғлүмәттәр ҙә көндәлектә яугирҙың ысын хәрби юлы яҙылыуы хаҡында дәлилләй. Шәрифулла Нәби улы рус телендә 1945 йылғы һуғыш ваҡиғаларын һәр көнө, сәғәтенә тиклем тиерлек теркәп бара. Бигерәк тә, Еңеү көнөн яугир ҙур хәрефтәр менән билдәләгән. Һуғыштан һуң бер йыл Венгрияла хеҙмәт итеүе хаҡында ла ҡағыҙ битендә иҫкәрткән ул.
Яугир көндәлеген 1947 йылдың 14 мартына тиклем алып бара.  Уның ейәне Рөстәм Кәлимуллин һөнәре буйынса психолог. Белгес булараҡ, ул «Был яҙмалар ентекле тикшереү талап итә», -тип билдәләй. Әйткәндәй, быйыл Шәрифулла Кәлимуллиндың һуғыш йылдары ҡулъяҙмаһы айырым китап булып донъя күреүе көтөлә.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика