Ут менән шоу

Ут менән шоу 06.01.2015

Өфөлә бер төркөм йәштәр файр-шоу менән шөғөлләнә. Салауат Юлаев майҙанында төрлө тамашалар уҙғара.

Элина Хәсәнова файр шоу менән йылға яҡын шөғөлләнә. Был шөғөлгә ҡыҙыҡһыныуы дуҫтарының утты буйһондороуын күргәс уяна. Файр шоу- ҡурҡыуҙарҙы еңеп сығырға ярҙам итә, ти үҫмер. Элина Хәсәнова, Өфө ҡалаһында йәшәүсе: «Репетициялар бина эсендә утһыҙ үтә. Бында беҙ ҡоралдар менән эш итергә, хәрәкәттәр башҡарырға өйрәнәбеҙ. Элементтарҙы ятлап алғас, иң мөһиме, утты тоҡандырғанда ҡурҡмаҫҡа кәрәк. Әгәр трюк башҡарғанда үҙеңә яңылыш тейһәң, янып китергә мөмкин». Файр шоу ҡыйыуҙар өсөн. Шөғөл һығылмалылыҡ талап итә. Янып торған ҡоралдар менән трюк башҡарғанда етеҙ һәм иғтибарлы булырға кәрәк. Шоу алдынан ҡоралдар махсус шыйыҡса менән эшкәртелә. Иң ҡурҡынысы - ауыҙҙан ут сығарыу. Уны биш йылдан ашыу файр-шоу менән шөғөлләнеүселәр генә башҡара ала. Динар Ғәлиев, оҫта: «Ҡала урамдарында ошондай шоуҙар ойоштороу бик оҡшай. Тамаша барышында халыҡ менән аралашабыҙ. Иң мөһиме хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫтә тотоу». Тамашасылар файр шоуға йылдам йыйыла. Кескәйҙәр өсөн дә, ололар өсөн дә ул ысын мөғжизә кеүек. Төркөм шоу барышында төрлө бейеүҙәр башҡара. Скоморох костюмдары ла юҡҡа һайланмаған. Был кейем кәйефте тағы ла күтәрә, ти файр шоу оҫталары. Тамашаны тағы ла серлерәк итеү өсөн, байрамда файр шоу килеп сыҡҡан Яңы Зеландия ҡәбиләләре йыры ла башҡарыла.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку