Урындағы халыҡ тәҡдимдәрен хуплау проектын республиканың башҡа төбәктәренә лә таратыу ҡарала

Урындағы  халыҡ тәҡдимдәрен хуплау проектын республиканың башҡа төбәктәренә лә таратыу ҡарала 04.07.2015

Мәғлүм булыуынса, былтыр был программа Башҡортостандың көньяғындағы ете районында ғәмәлгә ашырылды.

Уға ярашлы,  теге йәки был ауылда йәшәүсе халыҡ дөйөм йыйылыш  үткәреп  үҙҙәрен борсоған проблема буйынса тәҡдим әҙерләй. Мәҫәлән, Әбйәлил районының Байым ауылы биләмәһе халҡы  яу һәм тыл ҡаһармандары иҫтәлегенә  комплекс асыу ниәтен күтәреп сыға. Уларҙың проекты конкурста еңеү яулағандан һуң республика бюджетынан  аҡса бүленә,   район һәм ауыл хакимиәте лә үҙ өлөшөн индерә,  эшҡыуарҙар ҙа, ябай халыҡ та йәлеп ителә. Һәйкәл 1 миллион 500 мең һумға төшә. Байымдар фекеренсә, был программа бик отошло. Берҙән,  хәл ителәсәк проблема  халыҡтың теләге буйынса һайлана,  икенсенән  кешеләр  төҙөлөшкә үҙ өлөшөн индерһә ҡәҙерен дә яҡшыраҡ белә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку