Урындағы башланғыстар яңы мөмкинлектәр 12.11.2016

Быйыл йәй республикала старт алған проектҡа ярашлы урындағы халыҡ  тейешле сумманың яҡынса 5 процентын  үҙ көсө менән йыя, ҡалған сығымдар ҡаҙнанан бүленә.  Нефтекамала шундай өс проект билдәләнгән. Республика бюджеты берәр миллион һум аҡса күсерергә лә әҙер, тик халыҡ тәүге сумманы йыйырға ашыҡмай.

Быяла көмбәҙ, төрлө үҫемлектәр оранжереяһы һәм мини бассейны булған Әмзәләге «Теремок» балалар баҡсаһы 1993 йылда сафҡа ингән. Шул ваҡыттан бирле төҙөкләндереү үткәрелмәгән мәктәпкәсә учреждение ике йыл элек ябылыуға дусар булған.Маҡсатлы проектҡа ярашлы мәктәпкәсә учреждениены ремонтлау өсөн республика ҡаҙнаһынан 1 миллион һум аҡса бүленә.

Ольга Кокорина, Әмзә урта мәктәбенең өлкән тәрбиәсеһе: «Халыҡтан 60 мең һум тирәһе йыйылды. Проектта ҡатнашыу өсөн башланғыс сумма етә».
Әмзәләге стадионды ла ремонтлау талап ителә. Инженер селтәрҙәрен яңыртыу спортсыларға шөғөлләнергә уңайлыҡтар булдырасаҡ.

Артем Епихин, Әмзә балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры: «Беҙгә спорт менән шөғөлләнергә йөрөйҙәр, тик шарттар ғына юҡ. Урам ҡыҙырып йөрөгәнсе йәштәр ошонда йыйылыр ине».
Ауыл мәҙәниәт йортоноң спорт залы ла иҫкергән. Урындағылар үҙ көсө менән 64 мең һум йыйһа, проект өсөн аҡса бүлеү ҡаралған. Шулай уҡ стадион өсөн 62 мең һум талап ителә. Әле был суммаларҙың дүрттән бер өлөшө генә йыйылған.

Альберт Вафиев, Әмзә ауылы хакимиәтенең территориялар менән эшләү бүлеге етәксеһе: «17 ноябргә тиклем халыҡтан йыйып иҫәпкә һалып өлгөрмәһәк, проект буйынса бюджеттан бүленгән аҡсаны кире ҡайтарырға тура килә».
Әмзәлә биш меңдән ашыу кеше йәшәй һәм уларҙың яртыһынан күбеһе хеҙмәт йәшендә. Һәр кемдән 70 һум аҡса йыйғанда ла социаль объекттарҙы төҙөкләндерергә мөмкин буласаҡ. Аҡсаны проект етәкселәре Артем Епихин менән Дилара Уйылдановаға тапшырырға була.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика