Урындағы башланғыстарға - йәшел төҫ! 22.02.2017

Ҡариҙел районы Әртәкүл ауылында йәшәүселәр мәҙәниәт йорто янында республика программаһы ярҙамында балалар уйын майҙансығын урынлаштырырға ниәтләй. Һәр йорттан 250-әр һум аҡса йыйып, бағыусылар табып, улар район хакимиәте һәм хөкүмәттән ҡалған сумманы ҡаплатыуға ирешә.

Әртәкүл ауылы урта мәктәбе уҡыусылары дәрестән һуң өйгә ҡайтырға һис тә ашыҡмай. Үҫмерҙәр урам буйында туйғансы футбол уйнай. Улар өсөн буран да ҡаршылыҡ түгел. Өшөү, арыу кеүек төшөнсәләр ҙә күптән онотолған.
Мәктәп уҡыусыларының күбеһе мәҙәниәт йортонда ойошторолған вокал, бейеү түңәрәктәренә йөрөй. Уларҙың бәхетенә, йәйгә ҡарай клуб янында балалар уйын майҙансығы ҡуйыласаҡ. Былтыр Әртәкүл ауылында йәшәүселәр «Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү» программаһында ҡатнашыр өсөн дөйөм көс менән 30 мең һум аҡса йыя. Матди сығымдарҙы ҡаплауға район хакимиәте, бағыусылар ҙа ҡушыла. Проектҡа ярашлы, республика бюджетынан яҡынса 180 мең һумлыҡ ярҙам килә.
Балалар уйын майҙансығында бәүелсәк, эскәмйәләр, тиҫтәгә яҡын спорт ҡоролмалары ҡуйыласаҡ. Дөйөм сығымдар - яҡынса 300 мең һум тәшкил итә. Тирә-яҡты йәшелләндереү ҙә ҡаралған. Урындағы халыҡ өмәләр ойоштороп, биләмәне тәртипкә килтереүҙә лә ҡатнашырға теләк белдергән.
Әртәкүлдә йәшәүселәр «Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү» программаһында йыл да ҡатнашырға әҙер. Ни тиһәң дә, берҙәм һәм дуҫ булғанда, ауылда йәшәү сифатын күпкә яҡшыртырға мөмкин. Киләсәктә улар республика ярҙамында клубта ла тышҡы яҡтан капиталь ремонт эшләргә йыйына.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика