Ҡуртымға фатир эҙләүселәр араһында алданыусылар артты 15.05.2015

Өфө ҡалаһына эшкә, уҡырға килеүселәр иң тәүҙә йәшәргә фатир эҙләй. Ҡыҙғанысҡа, уларҙың күбеһе ҡара риэлторҙар тоҙағына эләгә. Беҙҙең редакцияға Күгәрсен районынан Айгөл Ғибәҙуллина мөрәжәғәт итте. Ҡыҙ баш ҡалаға эшкә килеп, ашығыс рәүештә фатир эҙләй. Интернет селтәрендәге иғлан буйынса шылтыратып, оҡшаған фатир таба. Ләкин ойошма менән килешеү төҙөһә лә, хеҙмәт өсөн түләгән аҡсаһы елгә оса.

Тап ошо иғланды күреп, ҡыҙ унда күрһәтелгән телефон буйынса   шылтырата. Фатир Өфө үҙәгендә урынлашҡан. Бар уңайлыҡтар ҙа бар. Үҙен риэлтор тип танытҡан егет менән осрашҡас, ҡыҙ килешеү төҙөп 3 мең һум аҡса түләй. Айгөл Ғибәҙуллина әйтеүенсә, егет уның алдында фатир хужаһы менән һөйләшеп, осрашыу тураһында килешә. Ләкин ваҡыты килеп еткәс, фатир хужаһы шылтыратыуҙарға яуап ҡайтармай. Фатирҙы таныштарыма ҡуртымға бирҙем, тигән смс хәбәр килә.
Айгөл Ғибәҙуллина, зыян күреүсе: «Кешеләр әле лә иғланды күрә. Мин ҡарағанда ҡараусылар алты йөҙ ине, хәҙер мең ике йөҙ. Кешеләргә шул уҡ хәлгә эләкмәҫкә теләйем инде. Алдау ул бик алама. Кешеләрҙе алдап аҡса алыу»...
Килешеүҙә күрһәтелеүенсә, ойошма ҡуртымға бирелеүсе фатирҙар тураһында мәғлүмәт кенә бирә. Ә торлаҡты ҡарау, уның хужаһы менән һөйләшеү икенсе яҡтың яуаплылығында. Шуныһы шикле, Айгөл Ғибәҙуллина ҡуртымға алырға теләгән фатир тураһында иғлан әле һаман сайттан алынмаған. Аныҡлыҡ индереү өсөн, беҙ ҙә, иғланда күрһәтелгән телефонғашылтыраттыҡ.
Шылтыратыуҙан һуң егет менән осрашырға булдыҡ. Ойошмала беҙгә фатир хужаһы менән һөйләшеп, уға ошо көндәрҙә йәшәргә инергә мөмкин буласаҡ, тип белдерҙеләр.
- У нас есть два вида сотрудничества. Первое сотрудничество выездное. Тот же Кадомцевых. Я с собственником уже созвонился. Подбираем, смотрим, по факту уже платите. Есть второй вид сотрудничества, он более бюджетный, не зависимо от стоимости жилья, например три тысячи, например,  20 тысяч , не важно сколько стоить будет.
- Нам адрес дадут...
- Да... Посредников, риэлторов нет...
Ойошма хеҙмәткәрҙәре беҙгә ваҡытлыса ҡуртымға бирелеүсе фатирҙар тураһында мәғлүмәт базаһын күрһәтте. Ләкин фатирҙарҙың ысынбарлыҡта булыу-булмауы билдәһеҙ.Ҡуртым торлағына ихтыяж ҙур булғас, беҙгә лә тиҙерәк килешеү төҙөргә тәҡдим иттеләр. Килешеү ҡағыҙы ла закон буйынса  төҙөлгән кеүек. Шулай ҙа юристар фатирҙы ҡуртымға алғанда тоҙаҡҡа эләкмәҫ өсөн, документтағы һәр нескәлеккә иғтибар итергә ҡуша . Сөнки һәр килешеүҙең үҙ стандарты, ә ойошмаларҙың эшмәкәрлеген тикшереүсе органдар бар.
Валерий Шәрипов, юрист: «Ошондай ойошмаларҙан алданған осраҡта, Рәсәйҙең ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү идаралығына йәиһә судҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Берләшеп эш иткән осраҡта ғына, еңел аҡса эшләүсе ойошмаларҙың эшмәкәрлеген тыйырға мөмкин».
Ҡыҙғанысҡа, йыш ҡына килешеү төҙөп тә аҡса елгә оса. Бындай осраҡтар аҙым һайын. Алдаҡсы ойошмалар ҙа аҡыллы эш итә. Теләһә ниндәй документҡа ҡул ҡуйыр алдынан, уны ныҡлап өйрәнергә кәрәк, һәр пунктына иғтибар итергә кәрәк.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика