Уртаса хеҙмәт хаҡы 23 мең 900 һумдан 30 мең ярымға күтәрелергә тейеш

Уртаса хеҙмәт хаҡы 23 мең 900 һумдан 30 мең ярымға күтәрелергә тейеш 10.09.2014

Был турала бөгөн социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы  комиссия ултырышында  белдерелде.  Унда Профсоюздар федерацияһы, эш биреүселәр һәм Хөкүмәт араһындағы килешеүҙең үтәлеше ҡаралды.  Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова әйтеүенсә документ  190 пунктан тора, һәм төп йүнәлештәр тулы кимәлдә ғәмәлгә ашырлған тип әйтергә мөмкин.  Был тәңгәлдә халыҡтың уртаса хеҙмәт хаҡы, килем кимәле артыуын билдәләп үтергә була. Шулай уҡ эш урынында йәрәхәт алыусыларҙың, эшһеҙлек күрһәткесенең кәмеүе  күҙәтелә, балаларҙың йәйге ялы  яҡшы кимәлдә ойошторолған.  

Ултырышта уңыштарҙы барлауҙан тыш, проблемалар, уларҙы хәл итеү юлдары ла ҡаралды.   Иң мөһиме иҡтисади үҫеш, матди база ныҡ булғанда социаль мәсьәләләр ҙә уңышлы хәл ителә, тип билдәләнде ултырышта.
Лилиә Ғүмәрова, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары: «Иҡтисади үҫеш социаль сәйәсәтте ғәмәлгә ашырыу өсөн нигеҙ булып тора. Һуңғы осорҙа халыҡтың килеме,  уртаса хеҙмәт хаҡының артыуы  быға асыҡ миҫал.  Минималь хеҙмәт хаҡы ла күтәрелеп 6 мең 900 һумға етте.  Шулай уҡ 100 меңдән ашыу кеше төрлө кимәлдәге социаль ярҙам ала, киләсәктә был йүнәлештәрҙе арттырыу    буйынса ла эш алып барыла».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку