Урмансылар һөнәри байрамын билдәләне

Урмансылар һөнәри байрамын билдәләне 21.09.2015

Йәшел ҡалҡан һағында тороусылар был көндө эш өҫтөндә ҡаршы ала. Төбәктә  ағас орлоҡтары сәсеү, йәш үҫентеләрҙе ултыртыу бара.  

Баязит Солтанғужин урман техникумын 35 йыл элек үк тамамлай, шул ваҡыттан бирле уның яҙмышы йәшел ҡалҡан менән бәйле.  Хеҙмәт юлын ябай урмансынан башлаған Баязит Солтанғужин бөгөн  Хәйбулла районының  урман  хужалығын етәкләй.  Беҙҙең эштә иң мөһиме тәбиғәтте яратыу, ти Баязит Латиф улы.
Хәйбулла урмансыларының пландары ҙур, Вәлит  һәм  Ырыҫбай  ауылдары янында питомниктар  асыу буйынса эш алып барыла.  Стеной ауыл эргәһендә майҙанды әҙерләү тамамланған да инде, хәҙер  үҫентеләр ултыртырға ғына кәрәк.  2 гектар ерҙә төрлө сорт ағастар, хатта декоратив үҫемлектәр  үҫтереү ҙә ҡаралған.  Питомниктар тау битләүендә, ҡояшлы урында булырға тейеш, ти урманыслар. Шулай уҡ эргә-тирәлә йылға булыуы ла мотлаҡ.
Питомниктар өсөн орлоҡтарҙы урмансылар   үҙҙәре йыйып ала. Улар ситтән килтерелгәндәр  был яҡтың климатына яраҡлаша алмай тигән фекерҙә. Сөнки Хәйбулланың георафик  торошо бик үҙенсәлекле. Ҡоро  һәм һалҡынса шарттарҙа   был яҡтың тәбиғәтенә ҡулайлашҡан  үҫентеләр генә  ныҡлап тамыр ебәрә. Хәйбулла урмансылары үҫентеләр ултыртыуҙан тыш, урмандарҙа күҙәтеү эшен дә көсәйткән.  Сөнки тәбиғәткә сығыусыларҙың яуапһыҙылғы күп ваҡыт янғындарға сәбәпсе була, урманды рөхсәтһеҙ ҡырҡыу осраҡтары ла юҡ түгел.
Башҡортостан урмандарға бай,  әммә йәшел ҡалҡан һаҡлауға һәм яҡлауға мохтаж, ти урмансылар.   Шул ваҡытта тәбиғәт байлығы киләһе быуындарға ла тороп ҡаласаҡ.  
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку