Урман янғындарын һүндереү алымдары шымартыла. Мәләүез районында  команда-штаб күнекмәләре үтте 25.04.2016

Легендаға ярашлы, Стәрлетамаҡ урмансылығының 9-сы участкаһында  ут сығанағы асыҡлана. Көслө ел сәбәпле, янғын Озерки ауылына яҡынлаша. Күнекмәгә Стәрлетамаҡ урмансылығы, Башҡортостан тәбиғәт паркы, Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм Граждандар оборонаһы системаһының Мәләүез төбәк  бүлексәһе  йәлеп ителде.

Оператив штаб ойошторолдо. Күнекмә барышында барлыҡ хеҙмәттәр ҙә үҙҙәренә йөкмәтелгән бурысты теүәл үтәне. Маҡсат урмансылар, ҡотҡарыусылар һәм янғын һүндереүселәр араһында ведомство-ара элемтәне  һәм берлектә эш итеү тәжрибәһен нығытыу. Республикала янғынға ҡаршы саралар көсәйтелә. Ут сығыу осраҡтарын иҫкәртеү буйынса бөгөндән махсус айлыҡ иғлан ителде. Уға ярашлы урман-ҡырҙа усаҡ яғыу бөтөнләй тыйыла.
Динир Әхмәтйәнов, Башҡортостандың урман хужалығы министры: «Күнекмәлә сценарий буйынса ут сығыуҙы асыҡлау, уны һүндереү һәм көстәрҙе бергә туплау юлдары асыҡ күрһәтелде. Урындағы урмансыларҙың көсө етмәй башлағас, тәүҙә күршеләргә мөрәжәғәт ителде, артабан  Башҡортостан милли паркы хеҙмәткәрҙәре ҡушылды. Ут ауылға хәүеф менән янай башлағас янғын һүндереүгә Мәләүез районы буйынса ғәҙәттән тыш хәлдәр комиссияһына мөрәжәғәт иттек».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика