Урланған бала саҡ 11.04.2017

Бөгөн бөтә донъяла фашист концлагерҙары тотҡондарын азат итеү көнө. Ул Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы ҡарары буйынса Бухенвальд лагеры тотҡондарының ихтилалы иҫтәлегенә булдырыла. Концлагерҙарҙа йәмғеһе 18 миллион кеше тотҡонда була, шуларҙың биш миллионы - совет граждандары. Һәләк булғандар араһында Башҡортостан вәкилдәре лә бар. 1941 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 8 майына тиклем бөтәһе 2265 яҡташыбыҙ тотҡонлоҡта һәләк була, иҫән ҡалғандары бармаҡ менән генә һанарлыҡ.

Үлем фабрикалары. Немец илбаҫарҙары концлагерҙарын шулай тип йөрөткәндәр. Фашистар  Освенцим, Бухенвальд, Дахау  кеүек концлагерҙарҙа вәхшилектең һуңғы сигенә етеп  бөтә донъя милләттәрен юҡҡа сығарыу ниәтен тормошҡа ашыра. Уларҙа тәүлегенә меңәрләп кеше юҡ ителә.
Галина Михайловна ла тере ҡалырына ышанмаған. Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән үк  батальон генералы  ҡыҙы әсәһе һәм тағы ике кесе туғаны менән Литва республикаһындағы Калвария ҡалаһындағы хәрбиҙәр ғаиләләре өсөн тәғәйен лагерға эләгә. Мәрхәмәтһеҙ бала сағы тураһындағы хәтер фотоһүрәттәр әле  лә һаҡлана.
Каунасс концлагеры филиалында тотҡондар торф сығара. Галинаға  эш өсөн көнөнә  150 грамм икмәк бирелә. Биш йәшлек ҡустыһы  лагерь алдындағы ерҙе  һеперә, уға 67 грамм, ә  эшкә яраҡһыҙ өс йәшлек туғаны иҫәпкә алынмай. Тотҡондарға серегән, ҡортлаған йәшелсәләрҙән өйрә ашаталар. Астан, ауыр хеҙмәттән бөгөлөүселәр күп булды тип хәтерләй, 87 йәшлек ханым.
Концлагерҙарҙа немецтар кешеләрҙә төрлө тәжрибәләр  үткәрә. Ҡаҙау,  быяла киҫәктәренең, төрлө вакциналарҙың   организмға  ниндәй эҙемтәләргә  килтереүен һынайҙар. Кешеләрҙең  тән тиреһен һыҙырып уларҙан бирсәткәләр эшләйҙәр,  ҡатын-ҡыҙҙарҙың сәсен, алтын тештәрен коллекциялайҙар.
Лагерҙа бала тыуһа уны  әсәһенән айырып алып китәләр һәм һыулы мискәлә батырып үлтерәләр.Ирҙәр ауыр эшкә егелә.Уларҙың һәр иртәһе барактарҙан мәйеттәрҙе сығарыуҙан башлана. Йәкшәмбе көн иң ҡурҡыныс көндәрҙең  береһе - хәлһеҙләнгәндәрҙе - газ камераһы көтә.
Ете йәшендә хәҙерге балалар мәктәпкә барһа, Виталия Масалыгина иһә  ғаиләһе менән лагерға эләгә.Ул  Литва республикаһында Освенцим концлагеры  филиалында күргәндәре хаҡында  мәктәп уҡыусыларына һөйләне. Республиканың  Хәрби Дан музейындағы «Ураланған бала саҡ» сараһында ике быуын аралашты.  
Әсирҙәр   ҡасыу юлдарын да эҙләй, әммә күп осраҡта ундай хәлдәр үкенесле тамамлана.  Билдәле шағир Муса Йәлил -   концлагерҙа фашистарға ҡаршы ойошма төҙөүгә ирешә, әммә 1944 йылда язалап  үлтерелә. Яҡташыбыҙ Вәли Бикташев Дахауҙан иҫән ҡайта һәм «Беҙ үлемдән олораҡ» китабын яҙа.   Концлагерҙарҙа кеше ғүмерҙәре бер тингә лә тормай. Әммә иҫән ҡалған әсирҙәрҙе иректә лә  азат тормош көтмәй. Эҙәрлекләүҙәр, «халыҡ дошманы» мөһөрө. Тамуҡ эсенән ҡайтҡандар  хәтеренән  ҡурҡыныс төшкә лә инмәҫ ваҡиғалар шаңдауы ғына юйылмай.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика