Ҡурай һәйкәленә нигеҙ һалыусы, үҙешмәкәр рәссам, китаптар авторы

Ҡурай һәйкәленә нигеҙ һалыусы, үҙешмәкәр рәссам, китаптар авторы 04.05.2015

Ошо көндәрҙә үҙенең 85 йәшлек олпат юбилейын Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Миҙхәт Байрамғолов билдәләй.   Һөйөклө тормош юлдашы Таңһылыу Ғүмәр  ҡыҙы менән ул 55 биш йыл бергә татыу ғүмер итә.  

Миҙхәт Байрамғолов райондың йәмле төбәге - Күсей ауылында тыуған. Бала сағы уның ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Матурлыҡты күңеле менән тоя белгән Миҙхәт ағай кесе йәштән һүрәт төшөрөргә әүәҫ була.Районда ла күптәр уны һәүәҫкәр рәссам булараҡ белә. Батыр Вәлид премияһы ла уға тыуған яҡҡа һәм уның хеҙмәтсәндәренә арналған һүрәттәре өсөн тапшырыла. һуғыш йылдарында был шөғөлө уны бер-нисә мәртәбә аслыҡтан да ҡотҡара.2005
Һөнәре буйынса ул- педагог. Уҡытыусылар курсы, аҙаҡ Силәбе педогогия институтын тамамлаған белгескә райондың төрлө ауылдарында ябай уҡытыусы булып та, мәктәп директоры булып та хеҙмәт юлы үтергә тура килә. 42 йыл ғүмерен ул балалар уҡытыуға  бағышлай. Ғүмерлек тормош юлдашын да  мәктәптә осрата. Таңһылыу Ғүмәр ҡыҙы ла дүрт тиҫтә йылдан ашыу уҡыусыларға башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән дәрестәр бирә. Һәр ерҙә лә әүҙем булалар‐йәмәғәт эштәре, концерт, спектаклдәр бер ваҡытта ла талантлы йәш уҡытыусыларһыҙ үтмәй. Байрамғоловтарҙы бер ваҡытта ла айырым осратмаҫһың‐ҡайҙа барһалар ҙа улар бергә.
1992-се йылда Төркмән ауыл янындағы Туғажман тауы башында ҡуйылған ҡурайға һәйкәл Миҙхәт ағайҙы республикала скульптор булараҡ та таныта.  Был эше өсөн ул ЮНЕСКО-ның маҡтау ҡағыҙына лайыҡ була. Ошо ауылдағы Ғата Сөләймәнов исемендәге музейҙы ойоштороусы һәм тәүге директоры ла ул. Шағир, өс китап авторы. Талымһыҙ ир‐ уҙамандың тыуған төйәге һәм уның кешеләре өсөн хеҙмәте 1993-сө йылда Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исеме менән билдәләнә.
Фиҙәҡәр хеҙмәт юлы үтеп¸лайыҡлы балалар үҫтергән, матур ғүмер кисергән татыу ғаиләләр һәр саҡ һоҡланыу уята. Байрамғоловтарҙың ике улы ла юғары белемле. Береһе табип, медицина фәндәре кандидаты Өфө перенаталь үҙәген етәкләй, икенсеһе юғары белемле инженер, юрист. Алты ейән-ейәнсәрле бәхетле өләсәй-олатай олоғайған көндәрендә балаларының шатлыҡ-ҡыуаныстары, еңеүҙәренә һөйөнөп йәшәй.
Мәрйәм Байрамғолова

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика