Урау булһа ла юл яҡшы, тиҙәр халыҡта

Урау булһа ла юл яҡшы, тиҙәр халыҡта 03.02.2017

Әммә Байтур ауылында йәшәүселәр кире ҡарашта. Күптән түгел беҙ Мишкә һәм Благовещен райондары араһында ҡуйылған шлагбаум тураһында видеояҙма күрһәткәйнек. Декабрҙән урындағы эшҡыуар ялан юлын ҡарҙан таҙартып, Биштин ауылы аша күрше районға сығыусыларҙан соляркаға аҡса йыя башлай. Был күренеш менән ризаһыҙҙар ҙа табыла. Йүнселдең изге ниәте хәҙер оло баш бәләһенә әйләнгән. Ҙур

Ҡышҡыһын Биштин ауылы аша Байтурға тура юл һалған өсөн урындағы эшҡыуар һәр автоһәүәҫкәрҙән тәүлегенә 150 һум ала. 24 ғинуарҙа беҙҙең телеканалда түләүле шлагбаум тураһында сюжет эфирға сыҡҡандан һуң Зөфәр Латиповты  яҡлаусылар ҙа, шул уҡ ваҡытта әрләүселәр ҙә табыла. Уның ике районды тоташтырған араны тәртипкә килтергәне өсөн халыҡтан аҡса йыйыу менән шөғөлләнеүен был күрһәткестәге яҙыуҙар ҙа иҫбатлай. Аңларға була, тракторҙы һәр ваҡыт ремонтлап торорға, уға соляркаһын да ҡойорға кәрәк. Әммә эш прокуратураға тиклем барып еткәс, ни хәл итмәк кәрәк? Ҡар менән көрәш ысын баш бәләһенә әйләнә.

Күреүегеҙсә, ике ауыл араһында ҡуйылған кәртә хәҙер урынында юҡ. Эшҡыуарҙың килемле бизнесы ун көн элек туҡтатыла. Һөҙөмтәлә тура юл да ҡарҙан таҙартылмай башлай. Урындағы халыҡ бәхетенә, һуңғы аҙнала ҡар күп яуманы. Шуға Байтурға тиклемге дүрт километрлыҡ араны әлегә автомобилдә үтергә була.

Благовещен районы Биштин ауылы янынан Өфөгә йөрөү күпкә отошлораҡ. Ваҡыт яғынан ғына түгел, бензин да аҙ сарыф ителә. Ни тиһәң дә, баш ҡалаға Мишкә ауылы  аша үткән урау юл яҡынса йөҙ километрға оҙонораҡ,-ти Байтур ауылы халҡы.

Февраль бурандары тура юлды юйып ташлауы ихтимал тип ҡурҡа урындағы халыҡ. Әле лә бында көрттәр барлыҡҡа килгән. автомобилдәр йыш батып ултыра.

Зөфәр Латипов иһә был юлдан ыҙа сигеүселәрҙе аңлай, уларға ярҙам итергә лә әҙер, әммә  - тракторын даими ремонтлап торорға кәрәк. Техникаһы яғыулыҡты күп ашай. Шлагбаум булғанда, аҙ булһа ла сығымдар ҡаплана ине, - ти ул.

Автомобиль юлдары реестрында рәсми теркәлмәгән яландағы был участканы ҡарҙан таҙартыуға бюджеттан аҡса бүленмәй. Киҫкен мәсьәләне хәл итеүҙең берҙән-бер сараһы - Мишкә һәм Благовщен райондарына ҡараған ауылдар араһында кадастр паспортын төҙөп, яңы юл һалырға.

Юл төҙөлөшө бер нисә йылға һуҙылыуы ихтимал. Шуға урындағы халыҡ эшҡыуарҙы ялан аша үткән тура юлды ҡарҙан таҙарта башларға өгөтләй. Зөфәр Латипов иһә әлегә прокуратура менән дәғүәгә килһә лә, изге эшен дауам итергә ризалашты.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика