Урал аръяғы райондарында киң таралған «Аулаҡ өй» таныштырыу проекты аша  200-се пар ҡауышты 21.10.2015

Баймаҡ районының Билал мәҙәниәт йортонда ошо ауыл һылыуы Зифа  Исхаҡова менән Әбйәлил районынан  Варис Солтановтарҙың  никах тантанаһы үтте.

Билал һылыуы Зифа  ханымдың ап-аҡ күлдәк кейеп кейәүгә  сығыу   хыялы тормошҡа ашты.  Апрель  айында  «Аулаҡ өй» кисәһендә   үҙенең яртыһы  Әбйәлил районы вәкиле  Варис Солтановты осрата. Бер нисә ай үҙ-ара аралашып  йөрөгәндән һуң, никахтарын рәсмиләштерергә ҡарар итәләр.
Халҡыбыҙҙың төп туй йолалары -  килен төшөрөү, уға һыу юлын күрһәтеү, килен һөйөү  кеүек  ғөрөф-ғәҙәттәр барыһы ла. Үҙебеҙгә башҡортса еренә еткереп башҡарылды. Яңы ғаилә ҡороусы ҡатындың һәм ирҙең яҡындары ла  донъя  йөгөн бергә тартыу, матур  йәшәү теләген еткерҙе.
Үҙ яртыһын эҙләгәндәр Аҙ түгел йәмғиәттә. Уларҙы таныштырып-ҡауыштырыуҙы маҡсат итеп алған Айгөл   Ниғмәтуллина  4 йыл эсендә 200‐се  парын ҡауыштыра. Яңғыҙаҡтар осраша,  табыша икән, тимәк «Аулай өй»ҙөң эше һөҙөмтәле бара.
«Аулаҡ өй»ҙә үҙ парын табып өйләнешкәндәр бындай кисәләрҙән ҡалмай. Улар араһында өлкән йәштәгеләр бихисап.  Өлкәндәргә ни бары  бәхетле ҡартлыҡ көндәрен кисерергә иптәш кәрәк.
Яңы ғаиләнең  никахтарын теркәү тантанаһынан һуң,  мәҙәниәт йортонда йыйылғандар традицион танышыу сараларында ҡатнашты,  йырлап-бейеп күңел асты. Аулаҡ өй берләштергән кешеләрҙең даими аралашыуы күптән үҙ-ара көслө дуҫлыҡ күперенә әйләнгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика