Ураҙа ғәйете уңайынан үткән  байрам сараһы баш ҡаланың  "Ватан" этнопарк майҙанында ла ойошторолдо 05.07.2016

Башҡорт эстрадаһының сағыу йондоҙҙары изге көн менән тәбрикләп сығыш яһаған саранан хәбәрсебеҙ Азат Ғәлиуллин.

Амфитеатр майҙаны ғына түгел, тотош баш ҡала үҙәге ҡурай моңона сорналды. Башҡортостандың халыҡ артисы Роберт Юлдашевтың сығышын халыҡ кинәнеп ҡараны. Сәхнәнән ағылған дәртле көйгә халыҡ тик кенә баҫып тора алманы, ҡушылып бейене лә. Йылдың бар айҙары солтаны Рамаҙанды ураҙала үткәреп ебәргән замандаштарыбыҙ байрам сараһынан ҡәнәғәт булыуын белдерҙе.
Ҡыҫҡаһы, Рамаҙан айының быйыл тап июнгә тура килеүен халыҡ ғәҙәттәгесә ҡабул итте. Ураҙала үткәрҙе. Көндәрҙең иң оҙонон, эҫеһен, һыуығын да бирҙе. Изге көнгә арналған байрам сараһында ҡатнашыусыларҙы баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин да тәбрикләне.
Халыҡ тәмле былауынан да ауыҙ итте, байрам концертына ла тамаша ҡылды. Рамаҙан айы халыҡты сабырлыҡҡа, миһырбанлыҡҡа өйрәтә тип әйтәң дә хата булмаҫ. Ураҙаның тәрбиәүи көсө баһалап бөткөһөҙ. Ә инде изгелек ҡылыу, кешеләргә ҡарата яҡшы мөнәсәбәттә булыу, мохтаждарға ярҙам итеү дини байрамдарҙа ғына түгел, көн һайын башҡарылырға тейеш.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика