Ҙур һыуҙы ҡасан көтөргә?

Ҙур һыуҙы ҡасан көтөргә? 17.03.2017

Бөгөн Өфө предприятиеларында махсус техникаларҙың торошо тикшерелде. Ташҡын көслө булған осраҡта халыҡты эвакуациялау мәсьәләһе һәм йөҙөү өсөн тәғәйенләнгән транспорт сараларының әҙерлек кимәле нисек?

Ташҡын мәлендә кәрәкле махсус техникаларҙың торошо тикшерелә. Транспорт сараларының бер детале лә иғтибарҙан ситтә ҡалырға тейеш түгел. Уларҙың һәр ҡайһыһы ентекле өйрәнелеп, рәсми теркәү аша үтә. Быйыл ҡотҡарыу сараларына 2 меңләп хеҙмәткәр, 400-ҙән ашыу берәмек техника, кәмә йәлеү итеү ҡаралған.
Яҙҙы бәлә-ҡазаһыҙ үткәреү буйынса ташҡынға ҡаршы комиссия эшләй. Зыян күргән халыҡты ваҡытлыса урынлаштырыу пункттары ла әҙерләнгән. Белгестәр баш ҡала биләмәһендә былтырғыға ҡарағанда, ҡар урыны менән 50 сантиметрға ҡалыныраҡ булыуын билдәләй.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса Ағиҙел менән Өфө йылғалары 8 метрға тиклем күтәрелер тип көтөлә. Һыу меңдәрсә йорттарға үтеп инеүе ихтимал. Шуға күрә уяулыҡты оноторға ярамай, тип билдәләнде рейдта. Яҙғы ташҡынға бәйле күнекмәләр ҡалала 24 мартта үтә.
Республика район-ҡалаларында ла яҙғы ташҡынға бәйле әҙерлек дауам итә. Төбәктәрҙә махсус комиссиялар булдырылған, саралар планы төҙөлгән. Ҙур һыуҙың килеүен һәр район үҙенсә ҡаршылай. Ҡайһы бер төбәктәрҙә ҡар ҡатламы бик үк булмаһа ла, хәүефләнергә урын бар. Сөнки тәбиғәт күренештәрен былай ғына фаразлап булмай, ти белгестәр.  


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика