Ҙур түләүҙәр - яңы торбалар 26.08.2016

Өфөлә сираттағы йылытыу миҙгеленә әҙерлек дауам итә. Көндәр һыуытҡансы йорттарға йылы биреүсе ойошмалар ремонт эштәрен теүәлләп, селтәрҙәрҙе тикшереп өлгөрөргә тейеш.

БашРТС ойошмаһы быйыл мәҫәлән, 50 саҡрымдан ашыу торбаларҙы алмаштыра. Был өс йыл элекке күрһәткестәр менән сағыштырғанда, биш тапҡырға күберәк. Өфөлә эштәр Трамвай, Революцион урамдарында, Затон биҫтәһендә бара. Стәрлетамаҡ менән Сибайҙа ла йылылыҡ  селтәрҙәре яңыртыла. Полипропилен менән тышланған торбалар 50 йылға тиклем хеҙмәт итергә тейеш. Шуға ла ремонт башҡарылған участкаларҙа авариялар оҙаҡ йылдар булмаҫ тип көтөлә.
Константин Калегин, «Башртс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең өфө буйынса етештереү идаралығы етәксеһе: «Быйыл беҙ 49 участкала капиталь төҙөкләндереү эштәре алып барабыҙ. Уларҙың 25-е магистраль селтәрҙәр. Ремонт сиктәрендә торбалар яңыртыла. Эште 15 сентябрҙә тамамламаҡсыбыҙ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика