Ҡурҡҡанға ҡуш күренә тиһәләр ҙә, һәр ваҡыт уяу булыу мөһим

Ҡурҡҡанға ҡуш күренә тиһәләр ҙә, һәр ваҡыт уяу булыу мөһим 26.11.2015

Һуңғы айҙарҙа донъя буйынса теркәлгән һәләкәттәр бер кемде лә битараф ҡалдырмағандыр. Мысырҙа самолет шартлауынан һуң шаңҡыған Рәсәй халҡы Францияның да ҡайғыһын уртаҡлашты. Был фажиғәләрҙән һуң бар төбәктәрҙә лә хәүефһеҙлек саралары көсәйтелде?! Аңлатыу-иҫкәртеү эштәре йәнләнде.

Балалар баҡсаһында кескәйҙәр төрлө уйындар аша изгелекте яуызлыҡтан, аҡты ҡаранан айырырға өйрәнә. Шулай ҙа тәрбиә эшендә бар яуаплылыҡ өйҙә ата-әсә иңенә төшә. Малай-ҡыҙҙар таныш булмаған кешеләргә яҡын килмәһен, уларҙың кәнфит менән алдауҙарына ышанмаһын өсөн ғаиләгә ныҡлы тырышырға тура килә. Ныҡышмаллыҡ иһә һөҙөмтәһеҙ үтмәй.
Ололар ҙа уяу булһын ине. Урамда, йә бина эсендә ҡалдырылған сәйер әйберҙәр  генә түгел, йәмәғәт урындарында шик тыуҙырған кешеләр йөрөһә лә, полицияға хәбәр итеү мотлаҡ.
2013 йыл аҙағында Волгоградтың тимер юл вокзалына ингән урында көслө  шартлау була. Металл-эҙләү ҡоролмаһы аша үткән шәһит ҡатынды һаҡсылар тиҙ арала туҡтата, әммә һуң була. Ике тиҫтәгә яҡын кешенең, шул иҫәптән вокзал хеҙмәткәрҙәренең ғүмерҙәре өҙөлә. Яңыраҡ  Мысырҙа самолеттың һәләкәткә осрауы ла юҡтан булмауы асыҡланды - бында ла ҡулдан яһалған шартлатыу ҡоролмаһы ҡулланылған. Йөҙҙәрсә ҡорбандан һуң ил буйлап хәүефһеҙлек сараларын көсәйтеү буйынса эштәр тағы ла йәнләнә. «Өфө» аэропортын ғына алайыҡ. Бында еңел генә инермен тимә. Турникет ҡуйылған, сумаҙан-сумкалар ҙа махсус ҡоролма аша үтә. Кинологтар эттәр ярҙамында һәр периметрҙы тикшерә. Авиация хәүефһеҙлеге зонаһында ҡалдырылған машиналар ҙа һәр ваҡыт күҙәтеү аҫтында. Иң мөһиме, пассажирҙар ҙа быға ыңғай ҡарай. Барыһы ла именлек хаҡына.
Халыҡ күпләп йөрөгән башҡа урындарҙа - сауҙа нөктәләре, уҡыу йорттары, мәҙәни үҙәктәрҙә лә урындағы етәкселеккә хәүефһеҙлек сараларын  күреү йөкмәтелде. Был йәһәттән театрҙарға ла хәҙер мотлаҡ турникет аша үтергә кәрәк.
Хәүефһеҙлек сараларына ҡайһы бер ойошмаларҙа иһә бармаҡ аша ҡарайҙар. Тәү сиратта, был сауҙа нөктәләренә ҡағыла. Алда һаҡсылар торған осраҡта ла, бинаға артҡы ишектән еңел генә инергә мөмкин.
Ҡала халҡы ғына түгел, ауылдағылар ҙа уяу, иғтибарлы булырға тейеш. Белмәгәндең беләге тыныс тип, күҙ йомоп ҡарау, күрмәмешкә һалышыу һәләкәткә килтереүе ихтимал. Әйткәндәй, һуңғы айҙарҙа «112» хеҙмәтенә шылтыратыуҙар артмаған. «Шул уҡ кимәл һаҡлана»,- ти белгестәр.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку