Уның күкрәген «Ҡыҙыл йондоҙ» ордены, «Японияны еңгән өсөн» һәм башҡа миҙалдар биҙәй 17.04.2015

Дәүләкән районында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Лоҡман Шафиҡов совет илен немец илбаҫарҙары баҫып ингәндә үҫмер малай ғына була.  Тәүҙә һуғышҡа Шайморатов дивизияһы сафында уның атаһы Рәшит Әбделнәғим улы инә. Һуңынан инде армия сафына алынған 16 йәшлек егеткә лә һуғыш һынауҙары төшә.

1943 йылда яңы 16 йәшен тултырған Лоҡман Шафиҡовты армияға алып, Япония сиген һаҡларға ебәрәләр. Йәш пулеметчикка ҡанлы бәрелештәрҙә ҡатнашырға ла, дуҫтарын юғалтырға ла тура килә.
Яу юлын башынан аҙағынаса үткән Рәшит Шафиҡов 1945 йылда иҫән-һау әйләнеп ҡайтһа, улы Лоҡман тағы ла 7 йыл хеҙмәт итеп, тыуған яҡтарына  1950 йылда ғына аяҡ баҫа ала. Салауат колхозы МТС-ында шофер булып эшләп хаҡлы ялға сыға. Тормош юлдашы Камилә Мәүлийәр ҡыҙы менән дүрт бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Ҡатыны вафат булғас, 2005 йылдан Хәҙисә Сәфәр ҡыҙы менән ғүмер итәләр. Яҙмышына ҡанлы һуғыш юлы үтеү, унан һуң илде күтәреү кеүек ҡаты ауырлыҡтар төшһә лә зарланмай яугир. Уның һуғыш яраларын, һағыш-хәсрәттәрен онотторор дуҫы - гармуны бар. Дәртләнеп гармун телдәренә баҫыуы була, донъялар шунда уҡ яҡтырып, йәмләнеп китә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика