Һунарсыларҙың иң ҡыҙыу мәле етте

Һунарсыларҙың иң ҡыҙыу мәле етте 20.01.2015

Ҡышҡыһын һунар итеү, закон боҙоу осраҡтары йышая. Шуға ла Башҡортостандың айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дерекцияһы ағзалары браконьерҙарға ҡаршы рейдҡа сыҡты.

Дирекция Кушнаренко һәм Благовещен районында ғына 25 мең гектар майҙан өсөн яуаплы. Рейдтарҙы йыш уҙғарғанға бында браконьерҙар һирәк осрай. Шулай ҙа һәр һунарсыны тикшереп булмай. Бынан тыш, һунарсылыҡ яратыусылар хәҙер заманса техника ҡуллана. Күптәр эттәренә GPS менән муйынса кейҙереп, табышын машинала компьютер аша ғына күҙәтә. Яңыраҡ ҡына дирекция хеҙмәткәрҙәре урманда 3 яраланған ҡабан таба.  Уларҙы шунда уҡ урындағы ҡырағай хайуандарға ярҙам итеү үҙәгенә алып киләләр.
Ҡабандар һауыҡҡан. Әле улар ҡырағай хайуандарға ярҙам итеү үҙәге һағында. Яҙғыһын үҙәк хеҙмәткәрҙәре ҡабандарҙы кире урманға ебәрәсәктәр. Әйткәндәй, һунарсылыҡ ҡағиҙәләрен  боҙған өсөн 500 һумдан 4000 һумға тиклем штраф ҡаралған. Рөхсәтһеҙ һунар итеүсегә 200 мең һум штраф һәм 6 айға тиклем мәжбүри эшкә йәлеп ителеү янай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку