Ҡунаҡтың ҡәҙере өс көн 21.07.2014

Рөстәм Хәмитов  ҡасаҡтарҙы урынлаштырыуҙа был мәҡәлде иҫтән сығармаҫҡа кәңәш итә. Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, Башҡортостанға килеүсе Украина граждандары тиҙ арала теркәлеп шунда уҡ эшкә урынлашырға тейеш. Юғиһә ҡасаҡтарҙы йәшәтеү республикаға бик ҡиммәткә төшә. Был турала ул тәртип тәьмин итеү буйынса даими эшләүсе координациялау кәңәшмәһе ултырышында белдерҙе.

Әле Башҡортостанға йәмғеһе 878 ҡасаҡ килгән. Шуларҙың 101 генә рәсми рәүештә теркәлгән. Күпселек граждандар үҙ аллы йә туғандарына, йә таныш-белештәренә төшкән. Махсус борт менән килеүсе Украина халҡы ваҡытлыса йәшәтеү пунктына урынлаштырылды. Ул Өфө дәүләт авиация техник университетының профилакторийында ойошторолған.
Республикаға килгән ҡасаҡтарҙың әле 31 генә эш һорап мөрәжәғәт иткән. Әле тик бер кеше генә Алексеевка совхозына тракторсы булып эшкә урынлаштырылған. Миграция хеҙмәтендә документтарҙың һәм рөхсәт ҡағыҙҙарының оҙаҡ ҡаралыуы сит ил граждандарын эш менән тәьмин итеүҙе күпкә тотҡарлай. Шул уҡ ваҡытта уларға киткән сығымдар ҙа арта ғына. Мәсьәләне тиҙ арала ыңғай хәл итеү өсөн,  миграция хеҙмәте документтар эшен мөмкин тиклем тиҙләтергә тейеш, тине төбәк етәксеһе.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика