Ун көнгә йәнә һалдат итеге 09.09.2014

Башҡортостанда запастағы хәрбиҙәр Әлкә ҡасабаһындағы ғәскәрҙәргә йыйынға саҡырылды. Аҙна-ун көн эсендә улар әрме сафында алынған белемдәрен ҡайтанан иҫенә төшөрәсәк.

Хәрби йыйынға республиканың 20 комиссариат бүлегенән ҡырҡ йәшкә тиклем 360 кеше саҡырылған. Шул иҫәптән 58 офицер. Һалдаттар хәрби хеҙмәттә алған тәжрибәләрен хәтергә төшөрөп кенә ҡалмай, яңы һөнәргә лә өйрәнәсәк. Эш урындарында уларҙың хеҙмәт хаҡы ла һаҡлана. Бынан тыш, йыйында ҡатнашыусылар, хәрби вазифаһына ҡарап, 6 мең һумдан 12 мең һумға тиклем аҡса аласаҡ. Гражданлыҡ бурысын да улар ғәскәр часендә үтәйәсәк. 14 сентябрь - Башҡортостан Президентын һайлауҙа уларға тауыш биреү мөмкинлеге булдырыласаҡ. Хәрби йыйында яҡшы һөҙөмтә күрһәтеүселәр сираттағы дәрәжә менән билдәләнә.
Андрей Гаглоев, үҙәк хәрби округының инженерҙар ғәскәре етәксеһе: «Был хәрби йыйын донъяла барған сыуалыштарға бер нисек тә бәйле түгел. Сара планға ярашлы ойошторола. Һуңғы тапҡыр ул ике йыл элек үтте һәм ике меңгә яҡын кеше ҡатнашты. Граждандар хәрби хеҙмәттә алынған тәжрибәһен оноторға тейеш түгел. Йыйындың маҡсаты ни бары иҫкә төшөрөү һәм хәрби яңылыҡтар менән таныштырыу. Бер ниндәй ҙә йәшерен күнекмәләр булмаясаҡ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика