Ун биш йыл ғүмерҙе бер карап моделе эшләүгә

 Ун биш йыл ғүмерҙе бер карап моделе эшләүгә 16.09.2014

Өфөлә йәшәүсе оҫта Рәсәй диңгеҙ флотының легендар елкәнле карабы «12 апостол»дың теүәл күсермәһен эшләгән. Бындай моделдәр тотош илдә икәү генә ине. Өсөнсө күсермә быға тиклемгеләренән дә яҡшыраҡ килеп сыҡты, ти оҫта. Төп нөсхәнән йөҙ тапҡырға бәләкәсәйтелгән моделдә бар нескәлектәр ҙә теүәл һаҡланған. Арҡандарҙың төрө генә 180-дән ашыу, ә инде ҡулланылған деталдәр һаны - тиҫтәләрсә мең.

«12 апостол» карабын тулыһынса һүрәтләгән һыҙмалар бөтөнләй юҡ. Модель эшләүселәр линкор тураһындағы мәғлүмәттәрҙе архивтарҙан, тарихи яҙмаларҙан һәм Айвазовский һүрәттәренән эҙләй. Рәссамдың легендар карапҡа бағышланған ун дүрт әҫәре бар. Риф Бүләковҡа ла карап һыҙмаһының етмәгән өлөштәрен һынландырыу маҡсатында тарихи материалдарҙы байтаҡ аҡтарырға тура килгән.

Риф Бүләков, карап моделдәре эшләүсе: «12 апостол» кеүек 120 пушкалы караптар Рәсәй флотында өсәү булған. Ҡалған икеһе «Париж» һәм «Бөйөк кенәз Константин» исемен йөрөткән. Улар дәүләттең иң яҡшы елкәнле караптары һаналған. Тиҙлеге һәм ҡоралланышы буйынса тотош донъяла уға тиңләшеүселәр булмаған. Бынан тыш, линкорҙар үҙенең матурлығы һәм күркәмлеге менән дә күҙҙең яуын алып торған».

Риф Бүләков был матурлыҡты түкмәй-сәсмәй моделгә лә күсерергә тырышҡан. Башҡаса мөмкин түгел, сөнки уға тиклем дә был караптың моделен эшләүселәр булған. Смирнов менән Алешин эшләгән күсермәләр бик күп күргәҙмәләрҙә еңеп, юғары баһа алған. Өфө оҫтаһы уларҙы уҙҙырыу маҡсаты менән эшләгән. Шуға ла моделдә һәр әйбер ысынбарлыҡтағы кеүек. Күҙгә күренмәҫ деталдәрҙе лә Риф Ғәбдрәүеф улы үҙ ҡулдары менән лупа ярҙамында яһаған. Карап моронондағы ике башлы бөркөттө, мәҫәлән, ике аҙна тирәһе ағастан юнған. Шул уҡ ваҡытта ҡоштоң суҡышы эсендәге телен дә һынландырырға онотмаған. Хатта елкәнде күтәреүсе арҡандарҙың төрлөлөгө лә һаҡланған. Оҫта әйтеүенсә, линкорҙа улар 159 төр һәм күсермәлә уларҙың тәғәйенләнеше, бәйләү алымдары ла һаҡланған. Иң ҡыйыны, әлбиттә, һыҙмаларҙа күрһәтелмәгән караптың артҡы өлөшө булған.

Риф Бүләков, карап моделдәре эшләүсе: «Беренсенән, артҡы өлөшөн картиналарҙан ҡарап эшләргә тура килде, икенсенән, был һырланған тәҙрә яҡтарын барыһын да ағастан эшләнем. Башҡаларҙыҡы кеүек пластиктан ҡойолған итеп түгел. 120 пушканы эшләүгә генә 2000-дән ашыу деталь ҡулланылды. Бәләкәй кәмәләр ҙә тормошта нисек эшләнгән, шулай ваҡ ҡына таҡталар менән яһалды. Бер һүҙ менән әйткәндә, 15 йыл буйы шөғөлләнгән эшем шул булды».

Бындай моделдәрҙе һумдар менән баһалау бик ауыр. Шулай ҙа теләүсе булһа, һатасаҡмын, ти Риф Бүләков. Легендар карап күсермәһе эйәһе булыу ләззәтен ул уны төҙөгәндә етәрлек кисергән. Ләкин һатырҙан алда оҫта моделдәр эшләү буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашырға иҫәп тота. Ә һуңынан инде ул яңы карап күсермәһе өҫтөндә эш башлаясаҡ. 


Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика