Ун беренсе ай солтаны

Ун беренсе ай солтаны 18.06.2015

Рамаҙан айында башҡарылған һәр изге эш оло сауап булып ҡабул ителә. Мосолмандарға әлеге көндәрҙә фәҡирҙәргә һәм мохтаждарға хәйер-саҙаҡа өләшеү, өлкәндәргә ҡарата изгелекле, һөйкөмлө булыу зарур. Бөгөн Рамаҙан айының беренсе көнө тамамлана. Әлеге ваҡытта республика мәсеттәре  тәрәүих  намаҙҙарын уҡырға әҙерләнә.

Әле генә халыҡ йәстүнән һуң беренсе тәрәүих намаҙына баҫты. Оҙаҡламай ураҙа тотоусылар ауыҙ асасаҡ.
Тәүәрих намаҙына халыҡ күп йыйылды. Улар араһында йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә бар. Әйткәндәй, тәүәрихты мәсеттә йыйылып, күмәк кеше ҡатнашлығында уҡыу сауаплы ғәмәл һанала. Мәсет ишеген башҡа сәбәп менән асып инеүселәр ҙә күп. Мосолман ҡәрҙәштәребеҙ ата-әсәһенә, яҡындарына бағышлап аят уҡыта, хәйер-саҙаҡа бирә.
Ауыҙ асыуға Өфөнөң беренсе йәмиғ мәсете етди әҙерләнгән. Иман йорто эргәһендә ҙур булмаған аш-һыу бүлмәһе  урынлаштырылған. Бер мөйөштә былау бешһә, икенсеһендә еләк-емеш әҙерләнә. Быйыл да табын мәҙрәсә шәкерттәре тарафынан әҙерләнә. Әйткәндәй, ураҙалағылар өсөн ауыҙ асыу ғәмәле Өфөнөң «Ихлас», «Ғофран» һәм «Ләлә» мәсеттәрендә лә ойошторолған.
Ғөмүмән, Ислам динендәгеләрҙең күбеһе Рамаҙан айын көтөп, әҙерләнеп ҡаршы алған һәм  ураҙаға баҫҡан. «Мөбәрәк айҙың тәүге ун көнө - рәхмәт, урталағы унауһы - мәғрифәт йәки йәһәннәм утынан ҡотолоуға сәбәп булған көндәр», - тигән пәйғәмбәр Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.
Ураҙа тотоуҙың төп нигеҙҙәре рухи таҙарыныу, тыныслыҡ һөйөү, мәрхәмәтлек, яҡындарҙы хәстәрләү кеүек мәңгелек ҡиммәттәрҙә сағыла. Рамаҙан айы, ғөмүмән, ашауҙан тыйылып тороу ғына түгел, изге ғәмәлдәр генә ҡыла торған ваҡыт та. Динебеҙ был осорҙа боҙоҡ эштәрҙән, хәрәм аҙыҡтан тыйылырға өндәй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку