Ун бала - ун яҙмыш

Ун бала - ун яҙмыш 24.09.2014

Учалы районының Ураҙ ауылында йәшәүсе Рәүфә менән  Радик Ноғмановтар ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы үҙ ҡанаты аҫтына һыйындырған. Уларҙың дүртәүһе хәҙер  үҫеп ситкә сығып киткән дә инде. Әммә  балалар  йылы йортҡа юлды һыуытмай. Ноғмановтарҙың үҙҙәренең улы менән ҡыҙы ла был өйҙә көтөп алынған ҡунаҡ.

Рәүфә Ноғманова - хаҡлы ялдағы уҡытыусы, әммә уға мәктәп программаһын оноторға тура килмәй. Элек Рәүфә ханым башланғыс синыфтарҙы ғына уҡытһа, хәҙер уның ҡарамағында төрлө синыфта белем алған алты бала. Дәрес әҙерләргә генә ярты көн тиерлек ваҡыт китә.

Ноғмановтар етемдәрҙе тәрбиәгә алыу тураһындағы ҡарарға ҡапыл килә. Ете йыл элек үҙ балалары үҫеп сығып киткәс, ҙур өй бушап ҡала, тормоштоң йәме китә. Шунан ғаилә приюттан малай алып ҡайтырға була, уға күңелһеҙ тип, тағы икәүҙе алалар. Әммә улар егет ҡорона инеп ситкә сығып китә. Былтыр Рәүфә ханым тағы ике малай менән бер ҡыҙ эйәртеп ҡайта. Ҡыҙҙың эсе бошмаһын тип тағы өс ҡыҙ алалар. Шулай итеп, Ноғмановтарҙың йорто йәнә кескәйҙәр тауышына күмелә. Уның ҡарауы, ярҙамсылар күп. Ҡыҙҙар аш-һыуға, өй эштәренә тилбер. Ғаилә бар мәшәҡәттәрен бергә атҡарып сығырға өйрәнгән. Кескәй хужабикәләр хәҙер күпертеп икмәк бешерә лә, туҡмас ҡырҡа ла белә.

Ҡыҙҙар өйҙә булышһа, малайҙар йорт-ҡура тирәһендә урала. Улар - ғаилә башлығының ярҙамсыһы. Малайҙар бесәнгә лә, утынға ла бергә йөрөй, бигерәк тә бал ҡорттары менән ҡыҙыҡһыналар, ти Радик ағай. Тәжрибәле умартасы белгәндәрен өйрәтеп ҡалырға тырыша, егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә әҙ, тигән фекерҙә ул.

Үҙҙәренең ҡыҙы менән улы Ноғмановтарға дүрт ейән-ейәнсәр бүләк иткән. Ғаилә тәрбиәгә алған балаларының да тиҙерәк тормош ҡороп, бәләкәстәр алып ҡайтыуын көтә. Сөнки был ҡыҙҙар һәм малайҙар ҙа үҫеп етһә, өй тағы бушап ҡаласаҡ бит.

Ураҙ ауылындағы йорт ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған 10 бала өсөн тыуған өйгә әйләнгән. Балаларҙың хәҙер дүртәүһе ситтә, әммә улар бында һәр ваҡыт ашҡынып ҡайта. Сөнк Ураҙҙа уларҙы яҡты йөҙ, йылы аш менән көтөп тороусы ҡәҙерле кешеләре бар.

Рәмзиә Кәримова


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку