Умартасы, баҡсасы, уҡытыусы, музыкант 21.07.2014

Борай районында бер нисә һөнәргә  эйә булыусы Әмирхановтар ғаиләһе йәшәй. Йәйге ялды ауылда, тәбиғәт ҡосағында үткәреүҙе хуп күргән өлгөлө ғаилә башҡарған эштәрен ҙур бәхет тип таба.

Үҙҙәре лә нәҙекәй билдәрҙәй егәрле. Күптәр Венера һәм Сәлихйән Әмирхановтарҙы Нефтекама ҡала мәктәптәренең береһендә музыка уҡытыусылары тип белһә лә, йәй көндәрендә яратҡан шөғөлдәре уларҙы тәбиғәт ҡосағына тарта. Күп тапҡырҙар ҡала, республика һәм  халыҡ-ара музыкаль конкурстарҙа еңеү яулаусы талант эйәһе  Борай районындағы хужалығында  утыҙ баштан ашыу умарта үрсетә, ҙур баҡса үҫтерә. Әмирхановтар ике ҡыҙ, дүрт ейән-ейәнсәргә өлгөлө ата-әсәй, олатай һәм өләсәй. Бер-береһенә терәк-таяныс булып, иңгә-иң терәшеп донъя көткән ғаилә ауылдаштарына, яҡташтарына өлгө булып тора.
Әмирхан Сәлихйәновтың музыкаль һәләте "Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре" тигән юғары исем менән дә баһаланған. Татыу ғаилә өсөн умартасылыҡ  менән йыр-моң сәнғәте бер-береһенән айырылғыһыҙ кеүек. Тыуған тәбиғәт күркәмлеге, матурлыҡты тойоп йәшәү ысынлап та юғары сәнғәткә илһамландыра.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика