Ҡулланылған йылылыҡ-энергетика ресурстарына бурыстарҙы көйләү менән махсус ведомство-ара комиcсия шөғөлләнәсәк

Ҡулланылған йылылыҡ-энергетика ресурстарына бурыстарҙы көйләү менән  махсус ведомство-ара комиcсия шөғөлләнәсәк 23.06.2015

Был турала бөгөн  Республика Башлығы   белдерҙе. Сөнки тотонолған йылылыҡ энергияһы өсөн  түләнмәгән аҡса күләме 4 миллиард 160 миллион һумға барып баҫҡан.   Уның  төп өлөшө идарасы компаниялар иҫәбенә тура килә, шулай уҡ йылылыҡ өсөн иҫәпләшмәүсе фатир хужалары ла бар. Тағы бер сәбәп, ҡайһы бер  ойошмалар законһыҙ рәүештә   йорттарҙан йылылыҡ урлай.

Октябрь проспектында бер-береһенә терәлеп торған ике йортта йылылыҡ өсөн хаҡтар  төрлөсә.  Айырманың ҡайҙан килеп сығыуы  фатир хужаларының  башына һыймай.
Белгестәр фекеренсә, айырманы  подвалдарҙағы дөйөм иҫәпләү ҡоролмаларынан эҙләргә кәрәк. Сөнки йорттарға   законһыҙ рәүештә сит ойошма-фирмалар тоташыуы мөмкин. Был күренеш йыш күҙәтелә, һөҙөмтәлә   халыҡ юғары хаҡты түләүҙән баш тарта, ғәҙеллек эҙләп суд юлын тапай, ә бурҙар урлашыуын дауам итә . Был үҙ сиратында йылылыҡ өсөн бурыс артыуға  килтерә.  Шул уҡ мәлдә ваҡытында иҫәпләшеүсе намыҫлы фатир хужаларының аҡсаһы ла  йылылыҡ-энергетика   предприятиеларына барып етмәүе ихтимал. Был осраҡта  инде ғәйепте  идарасы компанияларҙан эҙләргә кәрәк. Тап улар иҫәбенә  бурыстарҙың иң ҙур өлөшө тура килә.  
Бөгөнгө кәңәшмәгә иң күп бурыслы  компания етәкселәре саҡырылған. Әлбиттә, улар аҡланырға тырыша, закондар камил түгел,  тарифтар түбән йәки халыҡ  аңламай.  Тик оҫта бейеүсегә бер  кем дә ҡамасауламаған һымаҡ, бында ла сәбәпте  үҙеңдән эҙләргә кәрәк. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, республикала йылылыҡ буйынса бурысы бөтөнләй булмаған ике тиҫтәнән ашыу компания бар. Тимәк, һәр йорт, һәр фатир менән шәхсән рәүештә эшләргә кәрәк.
Аҡса  күсмәй икән, ремонт та эшләнмәй.  Тотонолған  ресурстар  өсөн аҡсаның килеп етмәүе  йылыллыҡ-энергетика предприятиеларынң эшмәкәрлегенә тулыһынса аяҡ сала, ә был үҙ сиратында аварияларға һәм башҡа ғәҙәттән тыш хәлдәргә килтереүе мөмкин.
Йылылыҡ менән тәьмин итеүсе предприятиеларға аҡсаның ваҡытында килеп етмәүе трассаларҙы ҡышҡы миҙгелгә әҙерләүҙә, ремонтлауҙа ла  ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. бурыстарҙың артыуында ябай кешеләрҙең дә, идарасы компанияларҙың да өлөшө бар.  Республика башлығы  мутлашыусы етәкселәрҙе яуаплылыҡҡа тарттырырға, хатта енәйәт  эше ҡуҙғатырға, лицензияларын тартып алырға ҡушты. Сөнки йыллыҡ буйынса бурыстар бөтә системаның аҡһауына килтереүе мөмкин. Хәҙер был өлкәлә тәртип урынлаштырыу менән махус ведомство-ара комиссия ла шөғөлләнәсәк.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку