Уларҙың ғүмере һәр ваҡыт хәүеф аҫтында

Уларҙың ғүмере һәр ваҡыт хәүеф аҫтында 16.08.2014

Һөнәре ҙур тәжрибә һәм яуаплылыҡ талап итә. Августың өсөнсө йәкшәмбеһе авиаторҙар көнө билдәләнә.  Башҡортостанда граждандар авиацияһы һәм һауа флоты яҡшы үҫешкән. Республикала тотош нәҫеле менән летчик һөнәрен һайлаусылар бар. Улар бөгөн Первушино аэродромына йыйылды. Бында авиаторҙарға байрам  ойошторолғайны.

Олег Бугряшов нисәнсе тапҡыр һауаға күтәрелгәнен хәҙер хәтерләмәй ҙә. Ергә ҡарағанда күктә йышыраҡ булам, тип шаярта летчик. Уның бәләкәй генә самолетта ҡатмарлы трюктар күрһәтеүе һәм юғары пилотаж күрһәтеүенә ҡарап был шаяртыуға ла ышанырға ғына ҡала. Олег үҙе һөнәрен сәнғәт, ти. Самолеттың һауала төрлө фигуралар яһап бейеүен башҡаса атап та булмай.
Олег Бугряшов, летчик-инструктор: «Хәҙерге заманда был буй етмәҫлек шөғөл түгел. Штурвал артына һәр кем ултыра ала. Минең балалар, мәҫәлән, өс йәштән үк оса башланы. Теләк кенә булһын, ә осорға ярты йылда ла өйрәтә алабыҙ. Һауала һеҙҙе аңлата алмаҫлыҡ тойғолар һәм ҙур ҡәнәғәтлек көтә».
Тап аңлата алмаҫлыҡ тойғолар күптәрҙе күккә күтәрә лә инде. Летчик бер ҡасан да осоуҙан туҡтамай. Самолет  ярҙамында булмаһа ла,  төшөбөҙҙә көн дә  осабыҙ, ти хаҡлы ялдағы авиаторҙар.
Александр Кашыгин, хәрби летчик: «Осоу ул йәшәү. Һауалағы хистәрҙе һүҙ менән генә аңлатырлыҡ түгел.  Егерме йылдан ашыу хәҙер штурвал артына ултырған юҡ. Бик ныҡ һағындыра. Осор инем дә ҡатыным хәҙер рөхсәт итмәй».
Һауаға ғашиҡтарға  Первушино аэродромында мауыҡтырғыс авиашоу әҙерләнгәйне. Осоу аппараттары төрлө фигуралар эшләп юғары пилотаж күрһәтһә, парашют менән ырғыусылар оҫталыҡ һәм саялыҡ өлгөһө булды. Бер кешелә булһа ла һауаға күтәрелеү теләге уянһа маҡсатыбыҙға ирештек тип әйтә алабыҙ, ти байрамды ойоштороусылар.
Сергей Миңлеғолов, Первушино аэродром комплексы етәксеһе: «Әле беҙҙең авиаторҙар клубында 30 курсант шөғөлләнә. Улар оҙаҡламай үҙаллы оса башлаясаҡ. Бынан тыш, башҡа ҡалаларҙа ла аэроклубтар ойоштороу менән шөғөлләнәбеҙ. Был байрамдың да төп маҡсаты еңел авиацияға күберәк йәштәрҙе йәлеп итеү».
Үткән быуаттың һуңғы ун йыллыҡтарында һәр малай летчик булырға хыялланһа, хәҙер был һөнәрҙе һайлаусылар һирәк. Күптәр һауаға күтәрелеүҙе буй етмәҫлек хыял тип һанай. Был яңылыш фекер, ти авиаторҙар. Хәҙерге заманда һауа флоты һәм еңел авиация һәр кемгә асыҡ.
Айнур Кәбиров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика