Уларҙың исемдәре Башҡорт илендә генә түгел, бөтә төрки донъяһына таныш, ҡылған ғәмәлдәре Рәсәй күләмендә баһалана 10.02.2017

Һүҙебеҙ - Татарстандың Аҡтаныш районы Таҡталасыҡ ауылында йәшәгән Мутиндар тураһында. Һәр быуыны һайын уҡымышлылар, дәүләт, йәмәғәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре булған нәҫелдең яҙмышы ғибрәтле лә, аяныслы ла. Һалҡын февраль көндәренең береһендә уларҙы иҫкә алыу һәм хөрмәтләү саралары ойошторолдо.

Был саралар Мутиндарҙың береһе - күренекле сәйәсмән, Башҡорт Үҙәк Шураһы башҡарма комитеты ағзаһы, Әхмәтзәки Вәлидиҙең арҡадашы, йәш Башҡортостан Республикаһын аяҡҡа баҫтырыуҙа күп көс һалған, юғары вазифалар биләгән дәүләт эшмәкәре Илдархан Мутиндың үлем көндәренә тура килде. Ул 1888 йылда Таҡталасыҡта тыуған, 1938 йылдың 3 февралендә атылған.

Осрашыуҙа Башҡортостан, Татарстан ғалимдары, тарихсылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, Мутиндарҙың вариҫтары ҡатнашты.

Рәсәй тарихында билдәле эҙ ҡалдырған Мутиндарҙың бабалары 19-сы быуаттың икенсе яртыһында дворянлыҡ алған. 1900 йылда был дәрәжә Сенат тарафынан вариҫи, йәғни, атанан улға күсә торған дворянлыҡ хоҡуғы итеп раҫланған. Нәҫел тамырында 18-се быуатта йәшәгән тарихи шәхес - Гәрәй волосы старшинаһы Мөтә Йәнырыҫов тора. Улар - гәрәй башҡорттары. Был ырыу ауылдары Башҡортостандың Краснокама, Илеш, Яңауыл, Тәтешле райондары ла байтаҡ.

Мутиндарҙың тағы ла бер арҙаҡлы шәхесе - актер, режиссер, театр әһеле Мөхтәр Мутин. Башҡорт һәм татар театрҙарын үҫтереүгә күп көс һалған, ғәжәп һәләтле трагик актерҙы 1937 йылда ҡулға алалар һәм ул Магадан һөргөнөндә һәләк була.

Исемдәре аҡланған арҙаҡлы шәхестәргә тыуған ауылдарында мәрмәр таҡтаташтар ҡуйылған. Заманында «Мутин» исем-шәрифтәрен алмаштырған, төрлө тарафтарға таралған, халыҡ араһына инеп юғалған туғандар барлана. Иле, ере, ғәҙеллек өсөн йәнен фиҙа ҡылған, был донъянан шәһит үткән ир-уҙамандарҙың рухтарын иҫкә алыу замандаштарыбыҙ өсөн ябай бер изге ғәмәл генә түгел, үҙеңде раҫлау, халҡыңды ололау һанала. Был сарала ҡатнашҡандарҙың барыһы ла шул уй менән янғандыр.

Рәшиҙә Ишембәтова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика