Улар ҡулына ураҡ, көрәк, һәнәк, тырма тотоп Еңеү көнөн яҡынайтҡан 09.05.2017

Бөгөн Өфө районының  Алексеевка ҡасабаһында тыл хеҙмәтсәндәренә һәм һуғыш осоро балаларына арналған мемориал  асылды. Ул Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн бар көсөн һалған ҡатын-ҡыҙҙар, балалар һәм ололар хеҙмәтен данлай.

Алексеевка ҡасабаһында байрам тантанаһы «Үлемһеҙ полк» акцияһы менән башланды. Урында йәшәүселәр һәм күрше ауылдарҙан һәр кем ата-олатайҙарының һәм әсәйҙәренең, өләсәйҙәренең фотоһүрәттәре  менән килгән.
«Үлемһеҙ полк» акцияһында меңдән ашыу кеше ҡатнашты.Халыҡ һуғыш осоро йырҙары, гармун моңдары аҫтында райондың мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанға йүнәлде.          
Өфө районынан фронтҡа ун меңдән ашыу кеше китә, уларҙың ете меңдән ашыуы әйләнеп ҡайтмай. Әле төбәктә 12 ветеран йәшәй.
Вилорий Угаров, Өфө районы хакимиәте башлығы: «Был фотола минең әсәйем. Ул һуғыш йылдарында тылда хеҙмәт иткән. Һәйкәлде беҙ ветерандар һорауы буйынса һалдырҙыҡ. Бөгөн «Үлемһеҙ полк» акцияһы Өфө районының 19 ауыл биләмәһендә ойошторолдо».
Артабан Бөйөк Еңеү байрамына арналған митинг һәм һәйкәлде асыу тантанаһы уҙҙы.  Байрамға килеүселәр һалдат бутҡаһынан  да ауыҙ итте.
Скульптура композицияһының  авторы Хәлит Ғәлиуллин. Мемориалды һалыу урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһына ярашлы район халҡы, урындағы хакимиәт, предприятиелар, ойошмалар һәм эшҡыуарҙар  көсө менән тормошҡа ашырылған.
Һәйкәлдәр тереләр өсөн, тиҙәр. Тыл хеҙмәтсәндәре һәм һуғыш осоро балалары ла  хәҙер олпат йәштә, уларҙың сафы һирәгәйә. Байрам тантанаһында өлкән быуын вәкилдәре бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Өфө районында тыл эшсәндәренә  һәм һуғыш осоро балаларына арналған был тәүге мемориал һәм  уны оҙаҡ көттөк, ти ветерандар.
Алексей Беланов, Бөйөк ватан һуғышы ветераны: «Мин  был һәйкәлде 20 йыл буйы көттөм. 12 йыл  Өфө районының ветерандар советы рәйесе булып эшләнем. Уға нигеҙ ташын күптән һала башлағайныҡ. һәм бына ниһайәт ул сафҡа инде».
Һуғыш йылдарында Башҡорт АССР-ында  миллиард ярым һумға яҡын ауыл хужалығы продукцияһы етештерелә, фронтҡа 71 мең ат, 750 трактор, аҙыҡ-түлек ебәрелә. 1943 йылда мобилизацияға бәйле, эшкә яраҡлы колхозсылар  218 мең кешегә кәмей. Республикала  колхоз-совхоздар малсылыҡ, йәшелсәселек, игенселек, орлоҡсолоҡ менән шөғөлләнә. Тыл «Бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһе лә еңеү өсөн!» лозунгыһы аҫтында йәшәй һәм эшләй.
Рауза менән Фәһим Вәлиуллиндар байрам тантанаһына икәүләп килгән. Ололар менән бер рәттән ауыр эшкә егелеп аслыҡта үткән йылдарҙы әрнеп иҫкә ала улар. Ағыулынған башаҡ ашап үлемдән дә саҡ ҡалғандар.
Байрам тантанаһында ҡатнашыусылар  мемориалға  сәскә гөлләмәләре һәм йомшаҡ уйынсыҡтар һалды.  Бөйөк еңеүҙең 72-се яҙында  республикала тағы бер һәйкәл ҡалҡты - тыныслыҡты яулап алыу өсөн ҡулына уйынсыҡ түгел, ураҡ, көрәк, һәнәк тотоп үҫкән быуынға, ир-егеттәр урынына ауыр эшкә егелгән ҡатын-ҡыҙҙарға  хөрмәт күрһәтер һәм баш эйер өсөн.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика