«Улар Еңеүҙе яҡынайтты» 07.05.2015

Республиканың Профсоюздар Федерацияһы  Бөйөк Еңеүҙең юбилейына арнап сығарған документаль китап шулай атала. Баҫмала  профсоюз хәрәкәтенең әүҙем ағзалары булған ветерандар хаҡында бәйән ителә. Байрам алдынан Профсоюздар йортонда ветерандар тәбрикләнде. «Хәрби дан» һәм «Хеҙмәт батырлығы» музейҙары еңеүселәре бүләкләнде.

Башҡортостанда бөтәһе 22 тармаҡ профсоюзы бар. Йәш быуын вәкилдәре ойошманың 35 процентын тәшкил итә. Улар һуғыш хәҡиҡәтен ветерандар  һөйләүе буйынса өйрәнә. Тантанала  төрлө быуын һәм хеҙмәт династиялары вәкилдәре, һуғыш һәм тыл ветерандары сығыш яһаны. Байрам сараһында патриотик йырҙар, дәртле бейеүҙәрҙән төҙөлгән концерт программаһы күрһәтелде.    

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика