Ул ҡырҡ йылдан ашыу проект институтында төҙөүсе -инженер булып эшләй

Ул ҡырҡ йылдан ашыу проект институтында төҙөүсе -инженер булып эшләй 24.10.2015

Йәш сағында ҡалала төпләнһә лә, олоғая төшкәс ауылға күсенергә ҡарар итә. Зинино ауылында Леонид Михайлов үҙе йәшәгән йорт эргәһендәге урынды сүплектән таҙартып йәшәү һәм ял итер өсөн тәбиғәт паркы төҙөгән.

Уның ихатаһы эргәһенән һоҡланмай үтеү мөмкин түгел. Элек был урын  төҙөлөш ҡалдыҡтары менән тулы булған. Ҡырмыҫҡанан да егәрле Леонид Ивановичҡа уны таҙартыу өсөн 150 машина сүп түгергә тура килгән.
Леонид Михайлов, Зинино ауылында йәшәүсе төҙөүсе-инженер: «Мин бер ваҡытта ла эшһеҙ тора алмайым. Кеше һөнәрҙе исем өсөн генә алырға тейеш түгел, алған белемдәреңде тормошта ҡуллана белеү ҙә мөһим».
Римма Тәлғәт ҡыҙы ауыл тормошонан ҡәнәғәт. Ул беҙҙең яҡтарҙа һирәк күренгән ҡытай ебәк тауыҡтарын тота. Әлегә уларҙың һаны унлаған. Киләсәктә уларҙы күберәк үрсетергә ниәте.
Римма Иванова, Зинино ауылында йәшәүсе: «Минең бәләкәй генә хужалығымда бесәйем, этем , тауыҡтарым бар. Хәҙерге тормошта күп хәрәкәтләнергә кәрәк. Беҙ иптәшем менән еңел һөйәклебеҙ. Тәбиғәттә йыш булабыҙ, ерҙән көс алып йәшәйбеҙ».
Михайловтар үҙ ҡулдары менән ҡорған  күл ике өлөштән тора.
Уның тәрәнлеге 7 метр самаһы. Беренсеһендә сабаҡтар үрсетелә
икенсеһендә һыу инәләр. Йәйгеһен бында ейән-ейәнсәрҙәре менән бергә күрше-тирә балалары ла рәхәтләнеп ял итә.
Леонид Михайлов «ожмах утрауын» күңел ҡушыуы буйынса  төҙөгән. «Кешеләр беҙҙең кеүек тәбиғәткә яҡын булһа, күпкә сәләмәтерәк һәм мәрхәмәтлерәк булыр ине», ти төҙөүсе инженер.
Һигеҙ йыл элек был урында сүплек булған. Леонид Михайлов элекке сүплектән ошондай ошондай ожмах утрауын төҙөгән. һәр кеше үҙ йәшәгән йорт тирәһен тәртиптә тотһа, бөтә Ер шарын йәмләргә була,ти оҫта.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку