Ул бар ғүмерен руль артында үткәргән

Ул бар ғүмерен руль артында үткәргән 10.01.2018

Водитель -профессионал булараҡ ярты быуаттан ашыу  хеҙмәт стажы бар. Петр Лобов ил күләмендәге иң яуаплы сараларҙы водитель булараҡ хеҙмәтләндергән. Сит ил делегациялары, хатта дипломаттарҙы ла йәрөткән. Бай һәм ҡыҙыҡлы тормош юлы үткән водитель хаҡлы ялда ла тик тормай. Күңеленә ятҡан эш менән мәшғүл.

«Башавтотранс» ойошмаһының хеҙмәт ветераны донъяға һәр ваҡыт йылмайып баға, шуға уға донъя ла йылмая. Илле йылдан ашыу водитель булып эшләгән уҙаман Өфө урамдарын биш бармағылай белә, юл йөрөү ҡағиҙәләрен дә теүәл үтәй. Тик, ғүмере буйы ҡанына һеңгән юл йөрөү ҡағиҙәләрендә яңы үҙгәрештәр бер ни тиклем уңайһыҙлыҡтар тыуҙырһа ла, уның өсөн әле һаман да «Волга» автомашинаһы юл батшабикәһе булып ҡала.
Хәләле  Мария Григорьевна менән  51 йыл бергә татыу ғүмер кисерәләр. Тормош иптәшенең эшмәкәрлеге алыҫ сәфәрҙәр, яңы таныштар, юл менән бәйле булыуын күндәм, сабыр ханым һәр ваҡыт аңлап йәшәгән.
Мария  Лобова, Петр Лововтың ҡатыны: «Эшкә ул бик иртә таңғы дүрттә китә бик һуң ҡайта ине. Бишйыллыҡтарҙы өс йылда үтәне.Үҙенең төп эшенән тыш  йәмәғәт эшен дә әүҙем башҡарҙы. Аллаға шөкөр балаларҙы тигеҙ үҫтереп, татыу ғүмер иттек».
Хеҙмәт алдынғыһына иң беренселәрҙән булып «Волга» автомобиле рулен ышанып тапшыралар. Уның тырыш, фиҙәҡәр  хеҙмәте ошо маҡтау ҡағыҙҙары менән баһаланған. Ә был фторһүрәттәр өс тиҫтә йыл элек төшөрөлгән. Польша, Испания, Италия делегацияларын, дипломаттарҙы йөрөткән мәлдәрен ул әле кисә генә булып үткән ваҡиға кеүек хәтерләй. Үҙ эшенә яуаплы ҡараған водитель сетерекле хәлдәрҙән дә бик оҫта сыҡҡан.
Петр Лобов, «Башавтотранс» ойошмаһының хеҙмәт ветераны, хаҡлы ялдағы водитель: «Иң юғары баһа-Хөкүмәттең маҡтау ҡағыҙы. Минең фотһүрәтем илле бер йыл буйына Союздың һәм Башҡортостан пассажирҙар ташыу ойошмаһының Почет таҡтаһында торҙо. Етәкселәрем Алексадр Шибинға, Родион Еникееквтарға рәхмәтлемен. Улар пассажирҙар ташыу өлкәһендә эшләгән ысын профессионалдар».
Ҡыҙыҡлы һәм бай тормош юлы үткән уҙаман хаҡлы ялда ла ҡул ҡаушырып өйҙә ултырырға ғәҙәтләнмәгән. Ул һәр ваҡыт хәрәкәттә һәм эш менән мәшғүл. Өфөнөң иң ҙур һәм яңы гимназияһында вахтер булып эшләй. Ул гимназия уҡыусыларының хәүефһеҙлеге һәм именлеге өсөн яуаплы. Был вахта аша мәктәпкә теге йәки был йомош менән килеүселәр махсус журналда теркәлә. Ә уҡыусы йәштәрҙең һәр береһенең йөҙөн, нисәнсе класта уҡығанын, хатта ҡайҙа күнекмәгә юлланыуы хаҡында ла хәбәрҙар.
Петр Лобов, «Башавтотранс» ойошмаһының хеҙмәт ветераны, хаҡлы ялдағы водитель: «Был уҡыусылар ушу менән шөғөлләнә.Уларҙы бик яҡшы тренер өйрәтә.Балаларҙы ярата.Улар ҙа остаздарына ылығып торалар».
Сәстәренә сал ҡунған, асыҡ йөҙлө Петр Гавриловичты һәр ваҡыт үҫмерҙәр һырып ала. Улар ҡыҙыҡлы әңгәмәсе, яуаплы хеҙмтәкәр, кисәге  оҫта водитель менән аралашыуҙан күңел кинәнесе һәм фәһем ала.
Петр Гаврилович Лобов кеүек хаҡлы ялда ла үҙен йәмғиәткә кәрәкле итеп тойоусы өлкәндәр булыуы һөйөндөрә. Ә йәштәргә өлгө алырҙай, маяҡ булырҙай, үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашыр кешеләргә тиңләшергә генә ҡала.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика