Украинала һуңғы айҙарҙағы хәлдәргә бәйле, ҡыҙыу нөктәнән Рәсәйгә һәм шул иҫәптән Башҡортостанға күсенеүселәр һаны арта

Украинала һуңғы айҙарҙағы хәлдәргә бәйле, ҡыҙыу нөктәнән Рәсәйгә һәм шул иҫәптән Башҡортостанға  күсенеүселәр һаны арта 02.08.2014

Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, уларға тәү сиратта ҡасаҡ йәки мәжбүри күсенеүсе статусы алыу  өсөн Федераль миграция хеҙмәтенең төбәк органына мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Ойошманың адресы Өфө ҡалаһы Красин урамы, 21-се йорт. Бәйләнеш өсөн телефондар 8- 347 - 250-13-90 һәм 251-63-95. Рөхсәт ҡағыҙы алыусылар эшкә урынлашыу мәсьәләһе буйынса  республика район-ҡалаларындағы Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәктәренә мөрәжәғәт итә ала. Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында Украина мигранттары  өсөн ҡыҙыу линия эшләй.  Уның телефоны - 8 (347) 218-06-41. Социаль ярҙам алыу өсөн Республиканың халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенә 8 (347) 223-52-29 телефоны буйынса шылтыратырға мөмкин. Республикала балалар өсөн ышаныс телефоны ла  эшләй. /8-800-2000-122/  Бөтә Рәсәй «Ҡыҙыл тәре» йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһендә Украина ҡасаҡтарына  гуманитар ярҙам йыйыу дауам итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика