Учалыла халыҡ тәҡдиме буйынса спорт майҙансығы төҙөлә башлаған

Учалыла халыҡ тәҡдиме буйынса спорт майҙансығы төҙөлә башлаған 25.09.2014

Әле бында ҡырсынташ түшәлә.

Учалы мәҙәниәт һәм ял паркында спорт майҙансығы асыу тәҡдимен халыҡ күтәреп сыҡҡан. Объект урындағы башланғыстарға яҡлау программаһы сиктәрендә төҙөлә. Проекттың хаҡы - 3 миллион һумдан ашыу, уның яртыһы бюджеттан, бер өлөшө ҡала ҡаҙнаһынан һәм бағыусылар иҫәбенә ҡаплана. Учалы халҡы ла ситтә ҡалмаған, ҡалала йәшәүселәрҙең һәр береһе йөҙ һум йыйып, йәмғеһе 315 мең һум аҡса тапшырған. Спорт майҙансығында шөғөлләнеү бушлай буласаҡ, ул йыл әйләнәһенә эшләр тип көтөлә. Парк етәкселеге бында төрлө спорт ярыштары үткәрергә лә ниәтләй.

Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында Башҡортостандың көньяҡ райондары ҡатнаша. Халыҡ тәҡдим иткән 100 проекттың 70-кә яҡыны хуплау тапҡан. Уларға республика ҡаҙнаһынан 60 миллион һум аҡса бүленә, тағы 40 миллион һум район бюджеты, инвесторҙар һәм халыҡ ярҙамында йыйыла. Был аҡсаға ошо төбәктәрҙә юл һалыу, күпер төҙөү кеүек социаль мәсьәләләр хәл ителә

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика