Учалы - ҡурсаҡтар ҡалаһы

Учалы - ҡурсаҡтар ҡалаһы 29.09.2014

Төрлө материалдарҙан эшләнгән, милли кейем кейгән ҡурсаҡтар, әкиәт геройҙары  - һәр байрамдың биҙәге.  Учалыла  ҡурсаҡтар эшләүгә һөйөү кескәй саҡтан уҡ уятыла. Ҡалала был ижад төрөнә балалар ижады йортонда ла, сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында ла өйрәнергә мөмкин. Йәш оҫталар ҡурсаҡтарға ғына түгел, үҙҙәренә кейем тегеп кейә.  

Балалар ижады йортоноң бүлмәһе тегеү цехын хәтерләтә. Бында көнө буйы машиналарҙың туҡылдауы ишетелеп тора. Уҡыусылар түңәрәктә туҡымалар менән эш итергә, төрлө кейем-һалым тегергә өйрәнә. Ошонда уҡ улар бейеү өсөн биҙәүестәр ҙә эшләй, ҡайһы берҙә сәхнә костюмдарын да тегеп ҡуя. Түңәрәк етәкселәре әйтеүенсә, был бер яҡтан матди сығымдарҙы кәметә, икенсенән, балалар башҡорт кейемдәренең биҙәктәрен белеп үҫә. Күберәк учалыларға ғына хас булған орнаменттар һайлана.

Бейеү түңәрәге үҙҙәре теккән костюмдарҙы кейеп район, республика кимәлендәге конкустарҙа ҡатнашһа, бейеүселәрҙән балсыҡ һәм ҡамырҙан әүәләүселәр ҙә ҡалышмай. Ижад йортонда кескәйҙәр тәбиғи материалдарҙан сувенирҙар эшләргә өйрәнә. Ҡамыр әүәләүе әллә ни ҡатмарлы түгел, ә бына зәңгәр балсыҡтан һындар яһауы ауырыраҡ. Материал тиҙ генә ҡатып, ыуалып бара.

Александра Новикова, түңәрәктә шөғөлләнеүсе: «Бер тапҡырҙан ғына килеп сыҡмай, ҡайһы саҡта хатта ун тапҡыр әүәләргә тура килә. Балсыҡ менән эшләүе ҡатмарлы булһа ла, бик мауыҡтырғыс. Әле мин самауыр менән бейегән ҡыҙҙы әҙерләп бөтөп барам, буярға ғына ҡалды».

Ә бына ҡурсаҡтарҙы пластиктан эшләүе инде һөнәри оҫталыҡ талап итә. Учалыла был шөғөлдө сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында үҙләштерергә мөмкин. Студенттар тәүҙә махсус материаладр туплап ала, геройҙарҙы эшләү полимер балсыҡ, аяҡ-ҡулдар өсөн сымдар, күҙҙәр кәрәк. Унан инде материалды йомшартып, фигураны әүәләй башларға була.

Бөтә ҡурсаҡтар ҙа өлөшләп эшләнмәй. Мәҫәлән, көнсығыш һылыуҡайҙарының кәүҙәләре тулыһынса пластиктан эшләнгән. Улар микротулҡынлы мейескә һыймағас, икмәк бешереү заводына алып барып киптергәндәр.

Ҡурсаҡтарҙы эшләгәндә бөтә нескәлектәр ҙә иҫәпкә алына. Геройҙарҙың кейеме генә түгел, һәр бер хәрәкәте лә ысынбарлыҡҡа тап килергә тейеш. Мәҫәлән, был ижад емешендә әбей менән бабайҙың маңлайындағы һырҙар ҙа, хатта ҡул тамырҙары ла күренеп тора. Ҡурсаҡ эшләү оҫталыҡ ҡына түгел, матди сығымдар ҙа талап итә. Ошонда бер герой өсөн генә 4-5 мең һумлыҡ материал киткән. Ҙур ҡурсаҡтарҙы эшләү 8-10 мең һумға барып баҫа. Кейемдәрҙе йәнлек тиреһе, күн кеүек ҡиммәтле материалдарҙан теккәндә, сығымдарҙың тағы артыуы бар. Студенттар эшгләгән Урал батыр геройы - ошондай зиннәтле экспонаттарҙың береһе.

Геройҙар тормоштан да, әкиәттәрҙән дә алына. Авторҙарға иң төп шарт - ҡурсаҡтарҙың ҡиәфәте лә, холоҡ-фиғеле лә һаҡланырға тейеш. Учалылар был талапты тулыһынса үтәй, ҡурсаҡтар йән өрһәң, атлап-йүгереп китер йәки бейей башлар кеүек тойола.

Рәмзиә Кәримова


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку