Учалы районында Советтар Союзы Геройы Александр Матросовтың батырлығының хәрби-тарихи реконструкцияһы үтте

Учалы районында Советтар Союзы Геройы Александр Матросовтың батырлығының хәрби-тарихи реконструкцияһы үтте 26.02.2015

Унда төрлө ҡалаларҙан йыйылған профессиональ реконструкторҙар  документаль материалдарға таянып, совет һәм немец ғәскәрҙәре араһында булған алышты күрһәтте. Яугирҙар Бөйөк Ватан һуғышындағы кейемдәрҙә, шул заманда ҡулланылған Дегтярев пулеметтары һәм ҡоралдары ярҙамында дәһшәтле һуғыш йылдарын күҙ алдына баҫтырҙы.  

Ҡыйыу алыштар мәлендә  Александр Матросов амбразураны кәүҙәһе менән ҡаплай. Һалдат хәрби бурысын үтәү өсөн  ғүмерен йәлләмәй. Ойошторолған хәрәкәтте олоһо ла, кесеһе лә ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтте. Күптәрҙең күҙҙәрендә йәштәр күренде. Немец илбаҫарҙары ҡулға алынғас, тамашасылар сығышты алҡыштарға күмеп, «Ура!» ҡысҡырҙы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика