Убер халыҡ-ара технология компанияһы – Өфөлә

Убер халыҡ-ара технология компанияһы – Өфөлә 26.04.2016

Убер хеҙмәте етмешләп илдең 400 ҡалаһында киң ҡулланыла. Хеҙмәт уңайлы һәм осһоҙ. Халыҡ смартфондарҙың  мобиль ҡушымтаһы  ярҙамында автомобиль саҡырыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Өфө  бындай  хеҙмәттәр  индерелгән Рәсәйҙең унынсы  мииллионлы ҡалаһы.

Бөгөндән башлап баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары смартфондың махсус  нөктәһенә баҫып такси саҡыртыу мөмкинлегенә эйә. Юл хаҡы 49 һумдан башлана. Иҫәп  банк карточкалары ярҙамында башҡарыла.
Убер хеҙмәте халыҡҡа ҙур сығымдар һәм парковка урындары талап иткән шәхси автомобилдәрҙе алыштырырға ярҙам итәсәк, ти  белгестәр. Был хеҙмәт аша саҡырылған автомобилдәр  биш минутта килеп етә. Өҫтәүенә, машиналарҙың уңайлығынан алып водителдәрҙең әҙәпле булыуына тиклем бөтә нескәлектәр иҫәпкә алынған.
Александр Костиков, Рәсәйҙәге  убер аралашыу хеҙмәте  директоры: «Беҙҙең төп маҡсат -ҡаланың пассажир транспортын ябайлаштырып, уны һәр кеше ҡуллана алыуын тәьмин итеү. Смартфон экранындағы тейешле нөктәгә баҫҡандан һуң, биш минут эсендә машина килеп етеп, клиентты тейешле урынға алып барасаҡ. Түләү мәсьәләһендә бәхәстәр булмаясаҡ. Бөтә иҫәпте ҡушымта башҡара. Юл хаҡы банк карточкаһы ярҙамында түләнә».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика